Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2020, 13:00

Бәпесте кем үлтергән?

Йәш ярымлыҡ ҡыҙыҡайҙың кәүҙәһендә йәрәхәттәр табылған...

“Хәбәрҙәр – Башҡортостан” порталы күңелһеҙ яңылыҡ тураһында белдерҙе: Өфөләге фатирҙарҙың береһендә йәш ярымлыҡ баланың кәүҙәһе табылған.
Был турала порталға хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағы хәбәр иткән.
Йәрәхәттәрҙең ниндәй төрҙә булыуы тураһында мәғлүмәт юҡ. Ҡыҙ баланың ни сәбәптән үлгәнен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән. Тәфтиш төркөмө тикшереү эшен башлаған. Республиканың Тәфтиш комитетында был турала мәғлүмәт бирмәгәндәр.
Фото: Башинформ
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: