Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2020, 13:55

Бөгөн үк тауыш бирә башларға мөмкин

Билдәле булыуынса, 13 сентябрҙә төрлө кимәлдәге депутаттар һайлау буйынса тауыш биреү үтәсәк.

Тауыш биреү уңайлы һәм хәүефһеҙ үтһен өсөн БР-ҙың Үҙәк һайлау комиссияһы алдан тауыш биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Шулай итеп, үҙ тауышыңды 11 сентябрҙән, йәғни бөгөн үк бирергә мөмкин. Әйткәндәй, быны һайлау участкалараныда ғына түгел, өйҙә лә башҡарырға мөмкин. Бының өсөн алдан ғариза бирергә кәрәк ине. Шулай уҡ был рәүешле һайлау тауыш биреү бинаһы һәм транспорт йөрөү мөмкинлеге булмаған ауылдарҙа мөмкин.
Алдан тауыш биреүселәр һайлау участкаһына 08.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем килегеҙ.
Читайте нас: