Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2020, 11:56

“Ҡағиҙәләрҙе ихтирам итеү отошлораҡ”

Автомобилдәргә ҡағылышлы үҙгәрештәр йыш булып тора. Улар менән таныштырыуын һорап Башҡортостан Республикаһы буйынса ОСАГО 24/7 күп функциялы страховка үҙәге етәксеһе Айрат Ғирфатовҡа мөрәжәғәт иттек.

- Айрат Әбүзәр улы, автоһәүәҫкәрҙәр транспорт сараларына ҡағылышлы яңылыҡтарҙы, ғәҙәттә, ҡыҙыҡһыныу ҙа, борсолоу ҙа менән ҡаршылай. Һуңғы арала хеҙмәтегеҙҙә ниндәй яңылыҡтар бар?
- 2020 йылдың сентябренән ОСАГО-ға ҡағылышлы үҙгәрештәр иғтибарҙы йәлеп итерлек. Һуңғы ярты йылда карантин саралары күптәрҙең тормошон ҡырҡа үҙгәртеүе һәр кемгә мәғлүм. Пандемия һәм уға бәйле төрлө сикләүҙәр һумдың төшөүенә килтерҙе. Быға бәйле страховка компаниялары Рәсәй Федерацияһы Үҙәк Банкына ОСАГО-ның тариф хаҡтарын үҙгәртеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ябай ғына итеп әйкәндә, үҙгәрештәрҙең төп мәғәнәһе шунда – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар страховка хаҡын аҙыраҡ түләһә, ҡағиҙәләрҙе инҡар итеп елдерергә яратыусыларға кеҫәләренән күберәк аҡса сығарып һалырға тура киләсәк. Был аңлашыла ла: юл хәрәкәте ваҡиғаларына эләккән автомобилдәргә ремонт яһауҙың хаҡы арта, шуға ла страховка түләүҙәрен баҙар хаҡтарына тура килтереп үҙгәртергә кәрәк. Шуны билдәләп китергә ине - Рәсәйҙең страховка баҙарында тарифты Үҙәк Банк билдәләй. Шулай итеп, шәхси транспорт өсөн ОСАГО полисының база ставкаһының иң арзан күләме
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ).
Фәниә Сәлимгәрәева
Фото Т.Роза
Читайте нас: