Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Сентябрь 2020, 13:10

Әхирәтем менән килешә алмайым...

Әмир айырылышыуға ғариза биреп, йылдар буйы ҡорған донъяһын Венераға ҡалдырып, ауылға күсеп китте.

Минең тол ҡалғаныма һигеҙ йыл инде. Бер үҙем йәшәйем, балалар таралышып бөттө. Бергәләп сәй эсер, хәбәр һөйләшер, эс серҙәремде бүлешер әхирәтем булыуына ҡыуана торғайным.
Һуңғы ваҡытта күберәк минең үҙемә уны йыуатырға, йышыраҡ шылтыратып хәлен белешергә тура килә. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, мин уның күңеле китеклеген яҡшы аңлайым, уның ҡайғыһы – минең ҡайғым, уның борсолоуы – минең борсолоуым.
Ғүмер буйы тигәндәй ғаиләләребеҙ дуҫ йәшәне, бөтә донъя хәстәрҙәре уртаҡ булды. Йәш сағы әле лә күҙ алдында, сибәр, нимә кейһә лә килешкән, ҡупшы әхирәтем ирен эргәһендә генә өйрөлттө. Үҙен ҡәҙерләтә, нимә теләй, шуны эшләтә белгән Венераға һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Олоғая барған һайын нығыраҡ көйһөҙләнеүен өнәмәһәм дә, артыҡ бәрелмәй генә уны тынысландырырға тырыштым. “Венера, артыҡ мыжыйһың түгелме? Әмир ир кеше ләбаһа, гел генә игәп тормайҙар инде...” - тип әйткәнем булды.
Ҡайҙа ҡалды минең ҡупшыҡай, тәмле телле, көләкәс Венера әхирәтем? Мыжыҡлығы, ҡәнәғәтһеҙлеге өҫтөнә ул хәҙер үҙенең өҫ-башына ла иғтибарһыҙ, нимә эләкһә, шуны кейә, биҙәнеү-төҙәнеүҙе күптән онотто. Аҡсаһы ла, ваҡыты ла муйындан, тигәндәй. Тыңлаусан иренең унан бер ҡайҙа ла китмәйәсәгенә бик ышанған булғандыр.
Тик донъя бер алдын, бер артын күрһәтә шул. Берҙән-бер көндә ире Әмирҙең өйҙән сығып китеүен ишетеп, әхирәтем өсөн борсолһам да, артыҡ ғәжәпләнмәнем. Юҡ-юҡ, һис тә башҡа ҡатын эргәһенә түгел, ә тыуған йортонда донъя көткән ағаһы янына сығып киткән. Уныһы былтыр тол ҡалғайны.
Тәүҙә икебеҙ ҙә Әмир бер аҙ йөрөр ҙә, берәй аҙнанан әйләнеп ҡайтыр, тип уйланыҡ. Яңылышҡанбыҙ, айырылышыуға ғариза биреп, йылдар буйы ҡорған донъяһын Венераға ҡалдырып, ауылға күсеп китте. Ирҙең ҡулдары алтын икәнлеген беләм, пенсияһы ла мул ғына, бирешмәҫ...
Мин уның тәүәккәллегенә шатланып та ҡуйҙым, исмаһам, ҡартлығында тыныс йәшәр. Хатта ҡыҙҙары ла атаһының көтөлмәгән ҡылығына аптыраманы, уның эргәһенә йыш ҡына барып йөрөйҙәр. Әхирәтем уларҙы ла атаһына ҡаршы ҡуйырға тырышып ҡараны, тик барып сыҡманы, ҡыҙҙар үҫкән бит инде, үҙ аҡылдары бар. Әхирәтемдең быға асыуы килһә лә, хәҙер өндәшмәй, ҡыҙҙарын биҙҙереп ҡуйыуҙан ҡурҡа.
“Әхирәткәйем, ғәйеп бит үҙеңдә, беребеҙҙе лә тыңламаның”, - тип аңлатырға тырышыуҙан да файҙа булмаҫ. Ул минән дә йәшерәк, тик ҡиәфәте менән дә, күңеле менән дә иртә ҡартайып өлгөрҙө шул.
Ғаиләләрҙең тарҡалыуында гел генә ир-атты ғәйепләүҙән арынырға кәрәктер, үҙебеҙгә лә ҡайһы саҡ тәнҡит күҙлегенән ҡарау файҙалы булыр, тигән һығымтаға килдем әле.
Фото:askee.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/hir-tem-men-n-kilesh-almayim-442286/
Читайте нас: