Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Сентябрь 2020, 13:41

Корея салаты менән ҡыяр салаты. Ябай булмаған бик тәмле салат!

Кәрәк:- 2 кг. ҡыяр- 2 кг. кишер- 1 баш һарымһаҡ

- 125 мл 9% һеркә
- 80 г. шәкәр ҡомо
- 100 мл көнбағыш майы
- 2 сәй ҡалағы тоҙ
- корея салаты өсөн тәмләткес

Әҙерләйбеҙ:
1. Эре ҡыярҙар кәрәк. Ҡырғыстан ҡырабыҙ, корея салаты өсөн, орлоғо булған ергә тиклем. Тураҡларға ла була эре итмәй генә.
2. Кишерҙе лә йыуып, оҙонса итеп ҡырғыс аша үткәрергә.
3. Һарымһаҡты таҙартып иҙергә.
4. Сөм һауытта ҡыяр, кишер, һарымһаҡты бергә бутарға. Һеркә менән көнбағыш майын ҡойорға. Тәмләткес өҫтәргә. Яҡшы итеп болғайбыҙ.
5. Яҡшы итеп ябып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бер нисә тапҡыр болғап торорға.
6. Бер тәүлек ваҡыт үткәс, салатты банкыларға һалып сығырға, өҫтәренә һутын ҡойорға.
7. Кәстрүл төбөнә таҫтамал һалып, банкыларҙы ҡуйып, әҙерәк һыу ҡойорға, банкыларҙың муйынына етмәҫлек итеп. Банкылар өҫтөн ҡапҡастар менән ябып ҡына тороп, ут тоҡандырабыҙ. 20 минут стерилизовать итәбеҙ. Шунан һуң, ҡапҡастарын нығытып түңкәреп ҡуябыҙ.
Салат әҙер.

#Гөлгөнә_Байегетова #аш_һыу

Гөлгөнә Байегетова
Читайте нас: