Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Сентябрь 2020, 13:35

“Ер-һыу күреп, һағынып ҡайттыҡ”

Халыҡтар араһында дуҫлыҡ “юғарынан йәки ситтән көсләп тағыуға буйһонмай. Тормош һәм йөрәк ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килә һәм йәшәй”. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тәрән мәғәнәле һүҙҙәре менән нисек килешмәҫкә мөмкин? Ҡайғы-хәсрәтте, ер, ил яҙмышын уртаҡлашыр, терәк булырҙай дуҫтарҙың, фекерҙәштәрҙең, замандаштарҙың булыуы оло бәхет.

Быйыл бөтә донъяға ябырылған коронавирус инфекцияһы дуҫлыҡты, бер-береңә ҡарата ышанысты, кешелеклекте һынай торған лакмус ҡағыҙы булды. Был хаҡта бөгөн бик күп һөйләргә мөмкин. Ә беҙ һеҙҙе ошо ҡатмарлы эпидемиологик ваҡиғаларҙа ҡыйыулыҡ, ныҡышмаллыҡ менән бергә һөнәрҙәренә тоғролоҡ, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәт һаҡлай алған аҡ халатлылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Хәйбулла районында тыуып үҫкән Рәмилә Зәйнулла ҡыҙы Батраеваға быйыл ике тапҡыр республиканан ситкә сығып, коронавирус ныҡ таралған биләмәләрҙә, ҡаты ауырыуҙар ятҡан хәүефле “ҡыҙыл зона”ларҙа эшләргә тура килде. Имен-аман әйләнеп ҡайтып, яңынан хеҙмәттәштәрең менән эшкә тотоноу – үҙе оло ҡыуаныс.

– Рәмилә, тәүҙә үҙең менән таныштыр әле, зинһар. Ҡыйыу ҡыҙҙар ҡайһы тарафтарҙа тыуа, ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнә икән?
– Аҡъярҙа тыуып үҫтем, мәктәп йылдары ошонда үтте. Әсәйем Рәйсә Зыя ҡыҙы ғүмер буйы математиканан балаларҙы уҡытты, атайым Зәйнулла Хәлимов “Матрай” совхозы директоры булып эшләне. Икеһе лә үҙ бурыстарын намыҫлы атҡарҙы, гел эш өҫтөндә булды. Береһе – Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, икенсеһе – республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ҡустым Ринат иҡтисадсы һәм юрист һөнәрҙәренә эйә. Ул да Өфөлә төпләнде, ғаиләле.

– Ә ни өсөн табип һөнәрен һайламаҡсы булдың?
– Мин үҙемде белә-белгәндән “табип булам” тигән уй менән йәшә­нем. Бер ҡатлы балалыҡ хыялы ине был. Үҙем энә ҡаҙатыуҙан да ҡурҡа торғайным. Балалар баҡса­һына йөрөгәндә әхирәтем менән санитар сумкаларын тағып, “ауы­рыған” ҡыҙ һәм малайҙарҙы “дауалап” йөрөй инек.

Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт­остан дәүләт медицина университетына юл тоттом, “дауалау эше” факультетын тамамланым. 2001 – 2010 йылдарҙа кардиолог булып эшләнем. Аҙаҡ мине 21-се дауаха­на ҡарамағындағы поликлини­каның терапия бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Пандемия килеп сығып ҡына эш пландарын боҙҙо…

– Тәүге мәлдәрҙә айырыуса ауыр булғандыр инде: күҙгә кү­ренмәгән дошманды таныу, хо­лоҡ-фиғелен өйрәнеү, яңы шарт­тарға ҡулайлашыу, билдә­һеҙлек…
– Иң ҙур бурыс хеҙмәттәш­тәрем­дең сәләмәтлеген һаҡлау булды. Әгәр бер-бер артлы сир йоҡтороп, ауырый башлаһаҡ, эште ойоштороп булмаҫы асыҡ ине. Февраль айынан эш күләме ныҡ артты, сит илдән ҡайтҡандарҙы иҫәпкә алыу, күҙәтеү, пациенттарҙы ҡабул итеү, ауырыуҙарға рецепт таратыу, хәүеф төркөмөндәгеләрҙе контрол­ләү… Шул осорҙа уҡ өлкән йәштәге табиптарға, хәүефле төркөмгә ҡарағандарға пневмококк инфек­цияһынан вакцина яһата башла­ныҡ. Иҫкәртеү эше һөҙөмтәле булды, бер нисә йәш белгесебеҙ генә сирләп алды, улары ла инфекцияны еңел үткәрҙе.

Пациенттарҙы ҡабул итеүҙе бер мәлгә лә туҡтатманыҡ, өҫтәүенә ситтән ҡайтҡан граждандарҙың исемлеген алып, фатир беренсә йөрөп, анализдар алдыҡ. Өйҙә дауаланғандарға көн дә шылтыратып, хәл-әхүәлдәрен белештек. Ике аҙнаға мотлаҡ биш тапҡыр барып тикшерергә, ауырыуҙың хәле яҡшырмаһа, дауаханаға һалыу хәстәрен күрергә кәрәк. Былары инде беҙҙең һөнәргә туранан-тура бәйлеләре…

– Эпидемиологик хәлдең тәү­ҙә аңлашылмаусылыҡ тыуҙы­ры­уы ла, халыҡта уны инҡар итер­гә тырышыусылар булыуы ла билдәле… Табиптарға ниндәй ҡаршылыҡтарҙы еңергә тура килде?
– Тәүҙәрәк, ысынлап та, халыҡ­тың изоляцияны һанға һуҡмауы, эпидемиологик хәлдең ҡырҡыу­лығын аңламауы ҙур ауырлыҡ тыуҙырҙы. Анализ алырға бараһың – өйҙә юҡтар. Күршеләре күреп ҡалһа, теше-тырнағы менән табип­тарҙы подъезға индермәҫкә тырыша, йәнәһе, сир таратып йөрөйбөҙ. Хатта полиция саҡыртып йортҡа инергә тура килгән осраҡтар ҙа булғыланы. Әлбиттә, тора-бара бындай ҡаршылыҡтар йомшарҙы, халыҡтың мәғлүмәтлелеге артты, иҫкәртеү саралары көсәйҙе.

– Ҡарасәй-Черкес Республика­һына эшкә барырға ҡарар итеү еңел булмағандыр, моғайын. Алты йәшлек улың өйҙә, тормош иптәшең дә тынғыһыҙ хеҙмәттә – Эске эштәр министрлығы мәк­тә­бендә. Ҡаршы төшмәне­ләрме?
– Дөрөҫөн әйткәндә, уйланырға бөтөнләй форсат булманы. Ирем хәрби кеше булғас, һүҙҙе ҡыҫҡа тотто: “Бойороҡто үтәргә кәрәк”. Улымды әсәйгә ҡалдырып, тыныс күңел менән юлға сыҡтым.

– Ҡарасәй-черкестарға ҙур ярҙам күрһәткәнегеҙҙе белеп-ишетеп торҙоҡ. Унан ҡайтыу менән йәнә яңы сәфәргә – был юлы Рәсәйҙән ситкә, Ҡырғыҙ-с­тан иленә ярҙамға юл тотҡан табиптар бригадаһына ҡушыл­дың…
– Тағы ла ҡайҙалыр алыҫ сәфәр­гә сығыу уйы башымда бөтөнләй бул­маны. Тик Ҡарасәй-Черкес Рес­публикаһында бөтә ҡыйынлыҡ­тар­ҙы бергә үткәргән хеҙмәттәш­тә­рем­дең һүҙен йыға алманым. Ғ. Ҡы­уатов исемендәге республика клиник дауаханаһы белгесе, тәжри­бәле пульмонолог, иптәш, фекер­ҙәш Лилиә Козырева “Рәмилә, әйҙә барайыҡ”, тип шылтыратҡас, юлланырға ҡарар иттем. Бер-береңде ярты һүҙҙән аңлаған, ышаныслы коллегаларың менән утты-һыуҙы кисергә лә мөмкин.

– Белеүебеҙсә, Ҡарасәй-Черкес Республикаһы дауаханалары бөтә тейешле дарыуҙар, махсус һаҡланыу саралары менән яҡшы тәьмин ителгән. Сирҙең ныҡ таралыуына нимә сәбәпсе булған һуң?
– Тығыҙ аралашыу, ураҙа ваҡытында мәсеткә, ауыҙ асыуға йөрөү, ғаиләләрҙең ишле булыуы, майлы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреү, һаҡланыу сараларын инҡар итеү вирустың киң таралыуына булышлыҡ иткән.

Халыҡтың ҡатмарлы хәлдә бер­ҙәмлеге, кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, үтәргә тырышыуы, ябайлығы, ҡу­наҡ­сыллығы барыбыҙҙы ла һоҡ­лан­дырҙы. Шул тиклем дә ярҙам­сыл, эскерһеҙ кешеләр булыуы хатта бер ни тиклем аптыратты. Бер генә миҫал. Сир ныҡ аҙған, үлем осраҡтары йышайған хәүеф­ле мәлдә, прокуратура хеҙмәткәре, белеме буйынса юрист Мурад исемле ирҙең, яҡташтарына ярҙам итеү теләге менән, отпуск ваҡы­тында дауаханаға санитар булып эшкә урынлашыуы нисек таң ҡалдырмаһын! Беҙҙең өсөн был ваҡиға ғәжәп тойолһа ла, улар өсөн – норма.

– Ҡырғыҙстанда һеҙҙе нисек ҡаршыланылар?
– Барып төшөү менән Бишкәк­тәге милли йоғошло ауырыуҙар госпиталенән эш башланыҡ. 49 кешене биш төркөмгә бүлделәр. Беҙҙең төркөм етәксеһе профессор, реаниматолог Константин Золотухин булды. Бишкәк дауаха­наһында эш шарттары яҡшы, әммә дауалау эше беҙҙәгенән ҡырҡа айырыла. Вирусҡа ҡаршы препараттар юҡ, ғөмүмән, был дауа ысулын улар инҡар иткән, бөтөнләй ҡулланмайҙар ине. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында дауалау йүнә­лешен үҙгәртеү тураһында фекер алышҡандан, дәлилдәр менән ны­ғытҡандан, вирустарға ҡаршы пре­параттар ҡулланыуҙың тәьҫирлеген иҫбатлағандан һуң ғына, терапия ҡағиҙәләрен үҙгәртергә ҡарар ителде.

Төрлө райондарҙа булдыҡ. Халыҡтың сәләмәтлеге, нигеҙҙә, яҡшы, сөнки бында зарарлы етештереүҙәр юҡ, кеше тәбиғи аҙыҡ менән туҡлана, ҡымыҙ эсеп кенә йәшәй. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе беҙҙәгенән ныҡ айырыла. Медицина ҡорамалдары башлыса иҫке, компьютер томографияһын бушлай үтеү ҡаралмаған, анализдар түләүле. Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа күренә бит.

– Бишкәктән башҡа байтаҡ ҡалаларҙа, райондарҙа булыуы­ғыҙҙы беләбеҙ. “Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар” тигәндәй,
Башҡортостан менән сағыш­тырғанда, унда медицина тармағы нисек үҫешкән?
– Әлегә илдең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ҙур үҙгәрештәр алдында тора кеүек. Заманса дауаханалар менән бер рәттән, кәйефте тө­шөргән, йылдар буйы ҡаралма­ғандары ла етерлек. Чуй өлкәһенең Токмак ҡалаһындағы ташландыҡ хәлдәге, ремонт күрмәгән, ағас тәҙрәһенең буяуҙары ҡойолоп бөткән дауаханала булғандан һуң, үҙебеҙҙең республикала башҡа­рылған эштәрҙең, үҙеңдең эш урынының ҡәҙерен нығыраҡ тояһың.

Беҙ һаулыҡ һаҡлау тармағына дәғүә белдерергә, медицина хеҙмә­тенә ҙур талаптар ҡуйырға өйрән­гәнбеҙ, был дөрөҫ тә, сөнки етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрөү, халыҡты һауыҡтырыу өсөн ғәҙел тәнҡит тә кәрәк. Беҙҙең табиптар һәр яҡтан нығыраҡ яҡланған, хеҙмәт хаҡы күпкә яҡшыраҡ, эш шарттары, ҡыр­ғыҙҙарҙыҡы менән сағыш­тырғанда, “супер”, ковид-госпитал­дәрҙә эшлә­гәндәргә түләүҙәр 2,5 тапҡырға артығыраҡ. Башҡортос­таныбыҙҙың тәбиғәтенә күҙ теймәһен, бына тигән климатлы гүзәл төйәктә йәшәйбеҙ. Мин быны 50 градуслыҡ эҫелек торған, матурлау, үҫтереү өсөн хәстәрлек күрелмәгән Ташкүмер ҡалаһында булғандан һуң айырыуса ныҡ аңланым.

– Сит илдәге хеҙмәттәш­тә­регеҙ менән дуҫлыҡ бәйлә­неш­тәре артабан да нығынасаҡмы?
– Һис һүҙһеҙ. Бер ай буйы тиерлек аралаша торғас, дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре тағы ла нығына төштө, белемебеҙ, тәжрибәбеҙ менән ихлас уртаҡлаштыҡ. Бергә­ләп футбол, волейбол уйнаныҡ. Ҡырғыҙ халҡының бөйөк улы, яҙыусы Сыңғыҙ Айытматовтың музейында булып, уның рәссам һәм дизайнер улы Эльдар Айытматов менән таныштыҡ. Бик күңелдәре булды ҡырғыҙ дуҫтарыбыҙҙың. Һәйбәт итеп ҡаршылағандары, изге ниәттәр менән оҙатҡандары өсөн беҙ ҙә рәхмәт әйтәбеҙ, эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: