Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2020, 12:50

Йәш белгестәр өҫтәмә ярҙам аласаҡ

Түләү күләме кемдәр өсөн 22 мең һумға тиклем арта?

Йәш белгестәр дәүләттән өҫтәмә ярҙамға иҫәп тота ала. 2 сентябрҙән улар өсөн яңы түләүҙәр индерелде. Ай һайын 12 мең һум аҡса аласаҡтар.
Был юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған кисәге студенттарға ҡағыла. Тағы ла бер шарт бар - уларҙың һөнәре социаль йәки иҡтисади әһәмиәтлеләр исемлегендә булырға тейеш. Тәжрибә булыу-булмауы мөһим түгел.
Эксперттарҙың аңлатыуынса, өҫтәмә йәш белгестәргә ярҙам йөҙөнән, дәртләндереү өсөн бирелә - ҡағиҙә булараҡ, уларҙың эш хаҡы ҙур түгел. Әгәр йәш белгес башҡа ҡалаға эшкә күсһә һәм торлаҡ менән тәьмин ителмәһә, түләү күләме 22 мең һумға тиклем арта. Төбәктәр йәш белгестәрҙе яҡлауҙың башҡа сараларын да таба. Иң киң таралғаны - тәүге эш йылында окладтарын 10-25 процентҡа арттырыу, эшкә һынау срогын үтмәйенсә урынлаштырыу.
Фото: Kodos.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Y-sh-belgest-r--t-m-yar-am-alasa-437926/
Читайте нас: