Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2020, 12:00

Вәхшиҙәрҙән һорау алалар

Йөҙ йәшлек ветеранды үлтереүселәрҙең береһе әйтеүенсә, бабай шау-шыуҙан уянып киткән, ул арала береһе бысаҡ сығарып...

9 июлдә Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында бар республиканы тетрәндергән ҡот осҡос хәл булды: 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты язалап, вәхшиҙәрсә үлтереп, талап киттеләр. Был хаҡта беҙ хәбәр иткәйнек.
Әлеге ваҡытта енәйәтте ҡылыуҙа шик аҫтына алыныусылар тотолғаны мәғлүм. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты уларҙан һорау алыуҙың видеояҙмаһын баҫтырған.
“...Ҡарт шау-шыуға уянды ла, “Кем бында?” - тип һораны. Ул бысаҡ сығарҙы ла башына терәне һәм һорай башланы: “Ҡайҙа аҡсалар? Ҡайҙа аҡсалар?”. Ҡарт бер нәмә лә өндәшмәне, тик бармағы менән шундағы шкафҡа төртөп күрһәтте”, – тип һөйләй вәхшиҙәрҙең береһе һорау алыу ваҡытында. Күрәһең, ул енәйәтте бергә ҡылған әшнәһенең ҡылығын һүрәтләй, шулай уҡ аҡсаларҙың һул яҡтағы шкафтың икенсе йә өсөнсө кәштәһендә ятыуын, уны бер ҡаршылыҡһыҙ табыуҙарын да бәйән итә.
Был ҡот осҡос хәлде тикшереү эштәре артабан дауам итә.
Фото: “Горобзор”
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: