Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2020, 12:35

Текә урында яғыулығы бөтөп..

"Тауыш сығыуға ирем Марат менән шул яҡҡа йүгерҙек".

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында ҡурҡыныс хәл теркәлгән: Ленин исемендәге колхоздың “Беларусь” тракторы Оло тау күпере ситенә төшөп киткән.
Кешеләр һөйләүенсә, сенаж ташыған трактор тап ошо ныҡ текә урында яғыулығы бөтөп һүнгән, үҙ сиратында тормозы тотмаған. Арбаһы техниканы аҫҡа һөйрәп алып төшкән.
"Тауыш сығыуға ирем Марат менән шул яҡҡа йүгерҙек, – тип һөйләй Ишһылыу Рәжәпова. – Көнө буйы Буранбай ауылына сенаж ташыған Рәхимйән Исмәғилевте күреп, уға ярҙамға ашыҡтыҡ. Хоҙай Тәғәлә аралағандыр, шөкөр, механизатор һау-сәләмәт. Арба күперҙең цементлы таяуына барып терәлгән, ошо арҡала бәлә-ҡаза булманы".
Шул уҡ көндә Баймаҡ ҡалаһынан кранлы йөк машинаһы саҡыртҡандар, уның ярҙамында “Беларусь” һөйрәп сығарылған.
Алһыҙ-ялһыҙ уңыш йыйған хеҙмәт кешеләренең һәр эше уң барһын, уларҙы бәлә-ҡазалар урап үтһен тип теләйбеҙ.
Фото: “Бәйләнештә” селтәре.
Автор: Илдар Акьюлов
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Tek-urinda-ya-iuli-i-b-t-p-437447/
Читайте нас: