Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2020, 14:00

Тағы ла шул уҡ урамда...

Күптән түгел баш ҡаланың Сочи урамында ҡот осҡос авария булып, бер нисә кешенең ғүмере өҙөлгәне хаҡында яҙғайныҡ. Кисә иһә 17 йәшлек ҡыҙ...

Ике көн элек иһә хәрәкәт көслө булған был урамда тағы ла күңелһеҙ хәл теркәлгән.
Мәғлүм булыуынса, автобус һәм сит ил автомобиле бәрелгән. ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, юл ваҡиғаһында 17 йәшлек ҡыҙ зыян күргән.
Авария 43-сө йорт тәңгәлендә теркәлгән, “Дэу Нексия” автомобиле күрше һыҙаттан барған пассажирҙар тулы автобус менән бәрелешкән. Йәмәғәт транспорты саҡ туҡталҡанан ҡуҙғалып торған.
Автобус эсендәге 17 йәшлек ҡыҙға авариянан һуң кисекмәҫтән медиктар ярҙамы талап ителгән. Уны дауаханаға оҙатҡандар.
Тикшереү эше бара.
Фото: “Горобзор” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ta-i-la-shul-u-uramda-437208/
Читайте нас: