Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2020, 13:00

Ауырлы ҡатынының янына тип киткән булған...

Ишембайҙан Рөстәмде һаман эҙләйҙәр.

Яҡын кешеңде юғалтыу – оло ҡайғы. Уның тураһында бер яңылыҡ та булмау кешелә барыбер яҡшыға өмөт ҡалдыра. Ишембай ҡалаһында йәшәгән Резеда Ғайсина ла ҡустыһын табыуға өмөтөн әле һаман юғалтмай. 16 йыл ваҡыт үтеп китһә лә...
Рөстәм Байморатов бик сәйер шарттарҙа ғәйеп була. Бынан 16 йыл элек, 2004 йылдың 11 ноябрендә ул таксиға ултырып ауырлы ҡатыны янына китә һәм ғәйеп була.
– Шул көндө ул ҡатыны менән Мәләүездә йәшәгән инәһенә китәләр. Унда бер аҙ ваҡыт булалар һәм әрләшәләр. Бынан һуң Рөстәм ата-әсәһе янына ҡайтып китә. Әҙерәк ултырып тора ла, кире ҡатыны янына барырға була. Атайым уны оҙатырға сыға һәм Рөстәмдең зәңгәр “ВАЗ-2107” машинаһына ултырғанын күрә. Тик номерҙарын хәтерҙә ҡалдырмай, – тип һөйләгән Резеда.
Был саҡта уға 22 йәш булған. 20 йәшендә ул армиянан ҡайтҡан, Чечняла хеҙмәт иткән. Аҙаҡ өйләнгән булған.
Ул саҡта полиция уны эҙләүҙән баш тарта. Туғандары үҙаллы эҙләп ҡарай – күрше ауыл-ҡалаларға йөрөй, тик файҙа булмай. 16 йыл ваҡыт үтеп китһә лә, улар туғандарын иҫән килеш табыуға өмөтөн өҙмәй. Улар төрлө экстрасенстарға мөрәжәғәт иткән, уларҙың күпселеге Рөстәмде үлгән тип әйткән.
Әйткәндәй, әле уның 16 йәшлек ҡыҙы үҫә. Ҡатыны уны ире юғалып өс ай үткәс тапҡан. Рөстәмдең билдәләре: буйы 170 см, уртаса буйлы, һул яҡ яурынында патрон һәм ҡан төркөмө төшөрөлгән татуировкаһы бар. Елкәһендә 3-4 сантиметрлыҡ, һул ҡулында биш сантиметрлыҡ һәм эсендә һул яҡтан 5-6 сантиметрлыҡ яра эҙҙәре бар.
Фото: ғаилә архивынан.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Auirli-atinini-yanina-tip-kitk-n-bul-an-437962/
Читайте нас: