Даирә
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Сентябрь 2020, 11:30
Яңы уҡыу йылын нисек башларға?
Психолог Гөлдәр Һабанғолова ата-әсәгә, уҡыусыларға ошо йәһәттән кәңәштәрен тәҡдим итә. Еңел уҡыу йылы һәм уңыштар барығыҙға ла!
Яңы уҡыу йылы башланған ваҡытта һәр уҡыусы тиерлек - 1-се класҡа барғанынан алып олоһона тиклем - стресс кисерә, сөнки яңы мөхиткә яңынан өйрәнергә, күнегелгән режимды юлға һалырға, беренсегә барғандарға өр-яңы донъяға инеп китергә кәрәк. Был күңел торошо ике-өс аҙнаға тиклем һуҙылырға мөмкин, ти психолог Гөлдәр Һабанғолова һәм ата-әсәгә, уҡыусыларға кәңәштәрен тәҡдим итә.
Ата-әсәгә кәңәштәр
Мәктәпкә әҙерләнгәндә иң тәүҙә ата-әсә үҙен тыныс тоторға тейеш, сөнки уларҙың кисерештәре балаларына туранан-тура тәьҫир итә.
Ата-әсәгә балаһына иғтибарлы булырға, тәртибендәге үҙгәрештәрҙе ваҡытында күрергә өйрәнергә кәрәк.
Уҡыу йылы башынан уҡ баланы күп секция, түңәрәктәр, өҫтәмә дәрестәр менән күммәҫкә, мәктәпкә, тиҫтерҙәренә өйрәнеп китеүен көтөргә кәңәш ителә.
Уҡыусыларға кәңәштәр
Көндәлек режимды тоторға өйрән. Был психологик һәм эмоциональ торошҡа ныҡ ыңғай йоғонто яһай. Башҡараһы эштәреңде алдан билдәләп ҡуй, шәхси йомоштарыңа айырым ваҡыт ҡалдыр.
Бөтә ауыр эштәрҙе, шулай уҡ дәрестә бирелгән өй эштәренең ҡыйынынан башларға өйрән, былай иткәндә күпкә өлгөрөргә була.
Кластан тыш үткәрелгән сараларҙа, класс эштәрендә әүҙем ҡатнашырға тырыш, был һине коллективта үҙеңде тоторға өйрәтер.
Күп белергә ынтыл, ҡыҙыҡһыныусан бул. Әлеге ваҡытта һиңә иң мөһиме - һәр яҡлап камиллашыу.
Еңел уҡыу йылы һәм уңыштар һеҙгә!
Фото: vitalvideo.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Ya-i-u-iu-yilin-nisek-bashlar-a-433486/
Читайте нас: