Даирә
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Сентябрь 2020, 11:15
Йәнә “Сода” тураһында...
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Рәсәй Тәфтиш комитетының үҙәк аппаратына ғариза ебәрҙе.
31 августа Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, “Башҡортостан сода компанияһы”н хосусилаштырыу буйынса килешеүҙәргә анализ яһау һөҙөмтәһе тураһында хәбәр итеп, Рәсәй Тәфтиш комитетының үҙәк аппаратына ғариза ебәрҙе.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, ҡайһы бер вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 34 миллиард һумдан ашыу күләмдә матди зыян килтерелгән, граждандарҙың һәм республиканың хоҡуҡтары, законлы мәнфәғәттәре боҙолған. Был ғәмәлдәр дәүләт власына, дәүләт хеҙмәте мәнфәғәттәренә ҡаршы йүнәлтелгән эш тип баһалана, уларға ҡарата енәйәти-хоҡуҡи саралар ҡулланыла ала.
Үрҙә әйтелгәндәр нигеҙендә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Рәсәйҙең Тәфтиш комитетынан килешеүҙәр буйынса ҡарар ҡабул иткәндә вазифалы кешеләрҙең үҙ бурыстарын тәғәйен үтәүен тикшереүҙе, уларҙың ғәмәлдәренә хоҡуҡи баһа биреүҙе һәм Башҡортостан Республикаһына килтерелгән матди зыянға бәйле ҡануниәттә билдәләнгәнсә сара күреүҙе һораны.
Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең эксперттар төркөмө 1993 йылда “Сода” етештереү берекмәһен хосусилаштырыу һөҙөмтәләрен тулыһынса ғәмәлдән сығарыу тураһындағы дәғүәне судҡа ебәреү мөмкинлеген баһаланы. “Сода” предприятиеһы хосусилаштырыу ғәмәленең башланыуы тураһында Рәсәй Хөкүмәтенә тейешенсә хәбәр итмәһә йәки ул федераль үҙәк ҡарамағындағы предприятиелар исемлегендә булһа (мәҫәлән, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтен хосусилаштырыу йомғаҡтарын ҡарағанда тап ошондай хәл асыҡланғайны), судҡа мөрәжәғәт итергә булыр ине. Ләкин предприятиены хосусилаштырыуҙың башланыуы хаҡында “Сода” ил Хөкүмәтенә белдергән. Был турала документтар бар.
Шул уҡ ваҡытта Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы эксперттары “Сода” предприятиеһының федераль үҙәк хакимиәтендәге һәм берлектәге хакимиәт даирәһендәге объекттар иҫәбенә инмәүе тураһында документтар тәҡдим итте. Тимәк, хосусилаштырыуҙың законлы булыу-булмауын ҡайтанан ҡарау өсөн нигеҙ бар.
Үрҙә әйтелгәндәргә ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте 2007 – 2013 йылдарҙа “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән “Каустик” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бергә ҡушылыуын (тап ошо ғәмәл арҡаһында Башҡортостан Хөкүмәте “Сода” йәмғиәтенә контролде юғалтҡайны) яңынан ҡарау тураһында дәғүә ғаризаһы әҙерләне.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Y-n--Soda-tura-inda-434306/
Читайте нас: