Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Сентябрь 2020, 13:45
Туғыҙ йылға иркенән мәхрүм иттеләр
54 йәшлек ир был ваҡытты ҡаты режимлы колонияла уҙғарасаҡ.
Һамар ҡалаһындағы Үҙәк округ хәрби суды билдәле йәмәғәтсе Айрат Дилмөхәмәтовты туғыҙ йылға иркенән мәхрүм итте. 54 йәшлек ир был ваҡытты ҡаты режимлы колонияла уҙғарасаҡ. Шулай уҡ уға өс йыл дауамында интернет сайттарында хаҡимлыҡ менән бәйле эш алып барыу һәм уларҙа мәғлүмәттәр ҡуйыу тыйылды.
Суд уны Рәсәй Федерацияһының территориаль бөтөнлөгөн боҙоуға (РФ Енәйәт кодексының 280.1-се статьяһының 2-се өлөшө), экстремизм эшмәкәрлеген финанслауҙа һәм уға саҡырыуҙа, (РФ Енәйәт кодексының 282.3-сө статьяһының 1-се өлөшө һәм 280-се статьяһының 1-се өлөшө) һәм терроризмды пропагандалауҙа (РФ Енәйәт кодексының 205.2-се статьяһының 2-се өлөшө) ғәйепле тип тапты.
Фото:
yandex.com
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/antiterror/Tu-i-yil-a-irken-n-m-hr-m-ittel-r-432788/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?