Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Сентябрь 2020, 11:55

“Тормоштоң тәмен тоя башланым...”

Ул көн табип миңә анализдарҙы күрһәтеп, диагнозды уҡып ишеттерҙе. Бер ни ҙә өндәшмәй, ҡағыҙҙарҙы сумкаға һалдым, дауалау буйынса кәңәш алдым, процедураларға яҙылдым һәм...

Кеше үҙендә насар сир барлығын белгәндә, уның өсөн тормош бөтә, әле генә йәмле тойолған донъяның аҫты өҫкә килә. Бынан бер нисә йыл элек әхирәтем Гөлгөнәнең кисергәндәрен һөйләмәксемен, бәлки, кемгәлер һабаҡ булыр.
“Миңә ул көндә бик күңелһеҙ хәбәр әйттеләр, ундай диагнозды ишетеү менән тормоштан төңөләһең, бөтә донъя ҡара төҫтә генә күренә башлай, - тип эс серен бүлеште Гөлгөнә. - Элек ошондай яман хәбәрҙе ишеттерһәләр, мин үҙемде нисек тотор инем тип уйланғаным, фантазияға бирелгәнем бар ине. Моғайын, тормоштоң ғәҙелһеҙлегенә дәғүә белдерер, илар, үҙемде йәлләтер инем. Дуҫ-ишем, туғандарым менән хушлашырға ашыҡҡан булыр инем. Уйҙар, уйҙар...
Беләһегеҙме, ысынбарлыҡта барыһы ла башҡаса булды. Ул көн табип миңә анализдарҙы күрһәтеп, диагнозды уҡып ишеттерҙе. Бер ни ҙә өндәшмәй, ҡағыҙҙарҙы сумкаға һалдым, дауалау буйынса кәңәш алдым, процедураларға яҙылдым һәм... бер ни ҙә булмаған кеүек ғәҙәттәге эштәргә тотондом. Бөтәһе лә элеккесә кеүек, дуҫтар ҙа, дошмандар ҙа, ҡояш та ғәҙәттәгесә яҡтырта, тик мин бер ниндәй тойғо ла кисермәйем, асыу ҙа, шатлыҡ та, үкенеү ҙә юҡ.
Тойғолар миңә һуңлап килде. Үҙемдең һауыҡҡанымды белгәс... Дауа килеште. Мин туҡтауһыҙ иланым да иланым, күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Күңел бушап, таҙарынып ҡалды. Йәшәү йәмен тоя башланым, башымда пландар, уйҙар тыуа... Ҡысҡырып йырлағы, рәхәтләнеп бейеге килә. Мин шуны аңланым: диагнозды ишеткәндә бөтә негативты, хис-тойғоно аң баҫҡан булған, мин ул саҡта йәшәмәгәнен, бары тереклек иткәнмен. Хәҙер килеп, яҡшы хәбәр минең тойғоларҙы уятты. Мин үлемдең нимә икәнен белдем – ул хис-тойғоларһыҙ тереклек итеү икән”.
Фото: Avrorra.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: