Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Сентябрь 2020, 12:00

Сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ артасаҡ

"Мин улар менән хушлашырға тәҡдим итәм. Бер йыл һөйләштек, ишетмәнеләр", – тине Радий Хәбиров.

– Быға тиклем беҙ аңлы рәүештә илдәге иң түбән тарифтарҙы билдәләгәйнек. Был эште башлау өсөн кәрәк булды – контейнер майҙансыҡтары ойоштороу, яңы техника алыу. Бер ни тиклем проблемалар булһа ла, даими рәүештә сүп-сарҙы сығарыуҙы ла ойошторҙоҡ. Хәҙер хаҡтарҙы иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән итеү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Сөнки сүп-сар сығарылырға ғына түгел, ә эшкәртелергә лә тейеш. Бының өсөн аҡса кәрәк. Шуға күрә бер ни тиклем артыу буласаҡ. Был эште кешегә матурлап аңлатырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда көнкүреш сүп-сарын сығарыуҙы күҙәтеү өсөн “RM: контейнер майҙансыҡтары” мониторинглау системаһы барлыҡҡа килтерелде. Унда төбәк операторҙарының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү тураһындағы мәғлүмәттәр килеп тора. Фототеркәү һәм сүп-сарҙы сығарыуҙы теркәү эшмәкәрлеге 97 процент тәшкил итә.
Радий Хәбиров фекеренсә, был инструмент төбәк операторҙарының сүп-сарҙы сығарыу өсөн аҡса түләүҙе бидәләү схемаһын ойоштороу мөмкинлеге бирәсәк.
– Был иң нығы төпкөл ауылдарға ҡағыла. Тап шунда төбәк операторҙары ҡайһы саҡта сүпте сығармай. Хәҙер уларҙың тарифты ике тапҡырға арттырыуҙары ихтимал, тик ул саҡта сүп-сарҙы ла көн һайын сығарырға тейештәр. Мониторинг системаһы аша беҙ көн һайын уның сығарылыуын күҙәтә алабыҙ. Әгәр юҡ икән, түләү кәмерәк булырға тейеш. Быны муниципалитет башлыҡтары ныҡлы тикшерергә тейеш. Мәҫәлән, был айҙа 30 тапҡыр урынына сүпте 10 тапҡыр ғына сығаралар икән, ни өсөн кешеләр тулы күләм өсөн түләргә тейеш? Әҙерәк сығарҙылар – түләү ҙә әҙерәк булһын, 70 түгел, ә 30 һум. Был идеаль схема – фактик башҡарылған эш өсөн генә түләү. Система аныҡ эшләй икән, бер кем дә бәхәсләшә алмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы “Дюртюлимелиоводстрой” төбәк операторы менән контрактты өҙөргә ҡушты. Улар Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары һәм төньяҡ-көнбайыштың 12 районын хеҙмәтләндерә ине.
– Әрләштек тә, дуҫлаштыҡ та, нимә генә эшләмәнек, тик был төбәк операторы беҙҙең координаталар системаһына инә алмай. Уларға һорау бик күп: хаҡты ла арттырҙылар, 30 һум булғандарҙы 70 һум иттеләр. Ойошмалар менән эшләргә теләмәйҙәр, сөнки улар өсөн килемле түгел. Мин улар менән хушлашырға тәҡдим итәм. Бер йыл һөйләштек, ишетмәнеләр, – тине Радий Хәбиров Андрей Назаровҡа.
Яңы төбәк операторын конкурс тәртибендә һайлап аласаҡтар.
Фото: rb7.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: