Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Сентябрь 2020, 13:00
Капитан – ауыр хәлдә
Ағиҙелдә карапта янғын сыға...
Башҡортостанда карапҡа бәйле бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Ағиҙел йылғаһында Иҫке Ҡыйышҡы ауылы янында “РТ-253” судноһы янып китә. Янғын карап йылғаның һул яҡ ярында торған саҡта машина бүлексәһендә башланып китә.
Экипаждың ике ағзаһының, шул иҫәптән капитандың башы, муйыны, кәүҙәһе, ҡулдары һәм аяҡтары бешкән.
“Йәрәхәтләнгән кешеләрҙе Өфөгә дауаханаға алып килделәр. Судно капитаны реанимацияла. Әлеге ваҡытта уларҙың ғүмеренә бер нимә лә янамай”, - тинеләр Өфө транспорт прокуратураһы матбуғат хеҙмәтендә.
“РТ-253” карабы “Судно ремонтлау-төҙөү заводы”ныҡы. Әле был хәл буйынса тикшереү эше башланған.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Kapitan--auir-h-ld-434354/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин