Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Сентябрь 2020, 11:20

"Беҙ “БСК”ны Башҡортостанға ҡайтарыуҙы талап итәбеҙ"

Тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Генераль Прокуратураһының “Башҡортостан сода компанияһы”н дәүләт милкенә ҡайтарыу буйынса республиканың Арбитраж судына дәғүә ебәреүенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
“Беҙҙең Арбитраж судҡа Рәсәй Генераль прокуратураһынан “БСК” акциялары яҙмышы буйынса дәғүә ғаризаһы килгәнен дәлилләйем. Был йәһәттән шуны белдерәм: Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, әлеге мәсьәләне тикшерҙек һәм өйрәндек. Булған дәлилдәр нигеҙендә бөгөн, 31 августа, республиканың Арбитраж судына үҙаллы дәғүә талабы булараҡ, өсөнсө яҡ сифатында дәғүә ғаризаһы ебәрҙек. Беҙҙең талаптарҙың асылы бик ябай. Прокуратураға мөрәжәғәт иткән саҡта улар тураһында әйткәйнек инде.
Беҙҙең фекер буйынса, 2007 - 2013 йылдарҙа “Сода” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең акцияларын кәметеү буйынса килешеү һәм республиканың компания өҫтөнән идаралығын юғалтыуы законһыҙ һәм ғәҙел түгел. Шуға күрә акцияларҙы Башҡортостан республикаһының милкенә ҡайтарыуҙы талап итәбеҙ.
Икенсенән. Беҙҙең фекер буйынса, ҡайһы бер кешеләр төркөмөнөң мутлыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә республикаға бик етди суммаға – 34 миллиард һумлыҡ зыян килтерелгән. Уны ҡаплауҙы талап итәбеҙ.
“Сода”ның кемдеке икәнлеге тураһында фекер йөрөтөп, шуны әйтергә була: компания һәр ваҡыт республика милкендә булды. Туҡһанынсы йылдар башын алғанда, ул Башҡортостандың милкендә булған, һәм был турала беҙҙең тейешле документтар бар.
Тағы шуны билдәләгем килә: был хәлде үҫтереп, минең ҡултамға менән Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин исеменә бер төркөм кешеләрҙең төбәк дәүләт власындағы вәкәләтлеләрҙең законһыҙ эшмәкәрлегенә бәйле енәйәт ҡылғаны тураһында ғариза ебәрҙек. Беҙҙеңсә, пакет кәметелгән һәм быға ярашлы республикаға зыян килтерелгән".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Be--BSK-ni-Bash-ortostan-a-aytariu-i-talap-it-be-434300/
Читайте нас: