Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Август 2020, 13:03
Гөлназ эреләнде, ахыры...
Әле пандемия осоронда концерттар юҡ. Шулай булһа ла, артистар үҙҙәрен оноттормай, белдереп кенә торалар. Гөлназ Асаева ла кейәүгә сығыуы менән бик популяр булып китте. Кешеләр һәм хәбәрселәр уның Инстаграмдағы һәр аҙымын көтөп кенә тора.
Йырлап аҡса эшләй алмаған “йондоҙҙар”ҙың күбеһе хәҙер бизнесҡа күсеп китте. Кем нисек булдыра, шулай аҡса эшләй. Күптәре селтәрле маркетинг менән шөғөлләнә. Бер дәғүәбеҙ ҙә юҡ, ҡулдарынан килә икән, әйҙә инде. Тик ҡайһы бер кешеләргә Гөлназдың да ошондай бизнес менән шөғөлләнә, команда туплай һәм күп итеп аҡса эшләүе оҡшамай, күрәһең. Уның яҙмалары аҫтында күптәр сәнскеле комментарийҙар ҡалдыра башлаған. Гөлназ да шым ҡала торғандарҙан түгел. Ул яңы ғына алған музыкаль премияһы менән маҡтанған һәм көнсөлдәрҙән әсе итеп көлөп тә алған.
Ул TMTV татар телеканалының премияһына лайыҡ булған икән. “Һеҙ тик ятып, беҙҙе һөйләп йөрөгән саҡта, беҙ аҡса эшләйбеҙ һәм премиялар алабыҙ. Аллаһҡа шөкөр!Бөтәгеҙгә лә беҙҙеке кеүек бик шәп тормош теләйбеҙ. Яратабыҙ һеҙҙе, уҫалдар”, тип яҙҙы ул фотоһы аҫтына.
“Аудитория менән улай аралашырға ярамай – матур түгел, тәрбиәле кеше улай итмәй”, – тигән кеүегерәк уларҙы тәнҡитләгән комментарийҙар күренә башлағас, Гөлназ бөтөнләй был функцияны һүндереп ҡуйған.
Әллә Гөлназ ысынлап эреләнеп киттеме? Бәлки, теңкәһен ҡоротоусылар күп булғас шулай тип яҙғандыр. Кем генә белә инде...
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/G-lnaz-erel-nde-ahiri-401749/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан