Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август 2020, 10:55

Бейрутта – ҡот осҡос шартлау

Әлегә 50 кешенең үлгәне, өс мең самаһы кешенең йәрәхәтләнгәне билдәле. Ҡаланың яртыһы - зыян күргән...

Кисә Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта диңгеҙ порты янында ҡот осҡос шартлау яңғыраны. Быны күрһәткән кадрҙар бер нисә сәғәт эсендә бар донъяны урап сыҡты. Шартлауҙың рәсми сәбәбе әлегә билдәһеҙ. Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, бында ракета менән атыуҙары ихтимал. Икенсе мәғлүмәт буйынса, портта оҙаҡ йылдар һаҡланған шартлатҡыстар шартлаған.
Шартлау тулҡыны бик күп йорттарҙы емергән, биналарҙың фасады зыян күргән. Ҡаланың губернаторы белдереүенсә, теге йәки был кимәлдә ҡаланың яртыһы емерелгән. Хәбәр ителеүенсә, емереклектәр аҫтында әле һаман кешеләрҙең булыуы ихтимал.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әлегә кәмендә утыҙ кеше үлгән, меңәрләгән кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ливандың Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенән белдереүҙәренсә, яралыларҙы дауаханаларға килтереү дауам итә. Табиптар бөтәһенә лә ярҙам итеп өлгөрә алмай, сөнки улар бик күп. Әле өс мең самаһы яралы тураһында мәғлүмәт бар. Оҙаҡламай үлгәндәрҙең һәм яралыларҙың артыуы ихтимал, сөнки ҡотҡарыусылар емереклек аҫтында ҡалған кешеләрҙе һөйрәп сығара башлаясаҡ.
Фото: 20khvylyn.com
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Beyrutta--ot-os-os-shartlau-395970/
Читайте нас в