Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Август 2020, 16:20
Һәр алтынсы кешелә бар
Ошо ваҡыт арауығында 300 мең “Алға” картаһы һатылған, улар буйынса 97 миллиондан ашыу транспортта йөрөү осрағы теркәлгән.
Башҡортостанда пассажирҙар ташыуҙың сифатын яҡшыртыу, муниципаль һәм муниципаль-ара маршруттарҙа тәртип булдырыу маҡсатында былтыр 1 июлдән бөтә төр йәмәғәт транспорты өсөн һәм барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә “Алға” транспорт картаһы индерелде.
Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып системаға 65 пассажир ташыусы ҡушылған, уларға 5 701 терминал тапшырылған. Ошо ваҡыт арауығында 300 мең “Алға” картаһы һатылған, улар буйынса 97 миллиондан ашыу транспортта йөрөү осрағы теркәлгән.
Пассажирҙар “Алға” картаһының өҫтөнлөктәрен билдәләне: уның менән республиканың һәр алтынсы кешеһе файҙалана. Айырым маҡсатлы төркөмдәр өсөн уҡыусы, мәктәп хеҙмәткәре, корпоратив һәм льготалы категорияға ҡарағандар өсөн социаль карталар булдырылған.
Көн һайын ҡулаҡсаһыҙ түләү терминалдары йәмәғәт транспортында “Алға” картаһы менән түләнгән 361 мең хәрәкәт теркәй. Шул уҡ ваҡытта ҡулаҡсаһыҙ түләүҙәр күләме 75 процентҡа етә.
“Алға” берҙәм транспорт картаһы менән түләгәндәргә “Башавтотранс” дәүләт унитар предпиятиеһы, МУЭТ, ҡала электричкаһында тарифтар банк картаһы йәки ҡулаҡса менән түләгәнгә ҡарағанда түбәнерәк.
Пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн 2019 йылдың 1 сентябренән мультимодаль система индерелде. Был бер сәғәт эсендә бер тапҡыр “Алға” картаһы менән түләп, бер нисә автобус, трамвай, троллейбус, электричканы (Дим-Шаҡша маршруты) алмаштыра алыуҙы аңлата. Ошо тариф индерелгәндән һуң бер сәғәт эсендә күсеп ултырыу мөмкинлеге бер миллиондан ашыу хәрәкәт итеү өсөн файҙаланылған.
“Алға” картаһын республика буйынса 2163 һатыу нөктәһенән алып була. Картаны реализациялауға эре федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәре йәлеп ителгән. Унан тыш, карталар “Башавтотранс” ойошмаһына ҡараған транспортта ла, “Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә лә һатыла һәм шунда уҡ картаны тулыландырып була.
Пилот проекты партнерҙары булып “Сбербанк”, “УралСиб”, “Промтрансбанк”, ВТБ, “Почта банк”, “Райффайзенбанк”, “Россельхозбанк”, “Альфа-банк” кеүек эре банк ойошмалары тора, тимәк, “Алға” картаһын уларҙың бүлексәләренә лә тулыландырырға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта карта менән ҡулланыусыларҙың 97 проценты уны банктарҙың интернет сервистарында туландыра.
Фото рәсми сығанаҡтан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/r-altinsi-keshel-bar-392886/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла