Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Август 2020, 12:27

Благоварҙа муйыл сәскә атҡан

Ғәҙәттә, көҙ оҙаҡҡа һуҙылып, яңынан йылытһа, тал бөрөләнә йә берәй ағас япраҡ яра, сәскә ата.

Был юлы иһә Благовар районының Дмитриевка ауылында йәшәгән Тәғзимә менән Андрей Малыхиндар ихатаһында үҫкән муйыл бөтәһен дә аптыратып сәскә атҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ, ағастың ҡайһы бер ботаҡтарында муйыл емеше булһа, икенселәрендә, Хоҙай бүләге булып, сәскәләр күҙҙең яуын алып үҫеп ултыра.
Бына шулай, кешеләр генә түгел, ағастар ҙа көтмәгән бүләк әҙерләүгә һәләтле.
Т. Малыхина фотоһы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: