Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Август 2020, 11:25

Зөлхизә (Фантастик повесть) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

Ғайсаларҙың һыйыры бер ваҡытта ла көтөүҙән тура өйҙәренә ҡайтмай. Көтөүгә ҡаршы барып алырға өлгөрмәһәләр, эҙләп алырға тура килә. Көтөүгә ҡаршы барған саҡта ла хужаһына буйһонмай, ҡойроғон күтәрә биреп, артҡы аяҡтарын һикертеп, уңайлы ғына тыҡрыҡты һайлап, сабырға ғына тора.

Ғайса эштән иртәрәк ҡайтһа, көтөүгә ҡаршы үҙе барырға тыры­ша. Һыйыры уға буйһонопмы, ҡурҡыпмы тирә-яғына ҡаранһа ла, Ғайса ҡулындағы таяҡты күреп, “бөгөн ҡасып булманы инде” тигәндәй йортона ҡайта. Әсәһенә, Гөлмәҙинәгә бөтөнләй буйһонмай, күрә­һең, һыйырҙар ҙа оло кешенең артынан йүгерә алмаясағын беләлер. Ул һыйыр артынан йүгереп ҡараһа ла, бер нисек ҡыуып тота алмай. “Шоморт, шоморт”, - тип, исеме менән өндәшкәндә туҡтап хужабикәһенә бер аҙ ҡарап тора ла ары китә. Гөлмәҙинә һыйыр артынан йөрөй-йөрөй арып бөтә. “Тамағы туйғас ҡайтыр әле”, - тип, ҡул һелтәп йортона ҡайта.
Яҙлы-көҙлө ауыр, һыйырҙар ҡыш­ҡылыҡта һарайҙа тороп ялҡып бөт­кәндән һуң, яҙың көтөүгә сығарғанда, ситлектән осоп сыҡҡан ҡоштар кеүек, һикерә-һикерә сабыша башлайҙар. Был ваҡытта көтөүселәргә лә һыйырҙар ар­тынан күп сабырға тура килә. Малдар бер аҙ өйрәнеп алғас ҡына эш еңеләйә төшә. Йылы ямғырҙан һуң күпереп үҫкән үлән ашап тынысланалар. Көҙөн тағы мәшә­ҡәттәр башлана. Көтөүлектә үлән тапа­лып, ашалып бөткәс, баҫыуҙағы игендәрҙе күреп, бер ауыҙ итһәләр, малдарҙың күңел­дәренә тағы аҙғынлыҡ килеп инә. Кө­төүҙән ҡайтышлай уҡ баҫыу яғына ҡайыралар.
Ғайса өйҙә булған саҡта Гөлмәҙинә көтөүгә ҡаршы барып ыҙаланып йөрөмәй, улы һыйырын алып ҡайта. Улының эше төрлөсә, тәүлек әйләнәһенә лә эшләй. Һыйыр артынан йөрөп арыған саҡтарҙа:
- Улым, өйләнһәң мин былай һыйыр артынан йөрөмәҫ инем, килен алып ҡайтыр инең, - тип һүҙ ҙә башлап ҡарай. Тик улы ғына әсәһенең һүҙен шаяртыуға алып:
- Йәш бит әле мин. Бәлки, беҙгә килен алырға түгел, һыйырҙы алмаштырырға кәрәктер, - ти йылмайып.
- Һөтө һәйбәт, ҡуйы, мал табибы укол һалырға килгәндә, “Ҡара һыйырҙар холоҡһоҙ инде, уның ҡарауы һөттәре ҡуйы була”, - тип әйткән ине. Шулай булып сыҡты. Ана күрше Сәбилә бер биҙрә һауып инә, ҡаймағы аҙ ғына сыға икән. Беҙҙеке, Аллаға шөкөр, үҙебеҙгә лә етә, ҡаланан ҡайтҡан апайың да алып китә.
Ғайсаның йөрөгән ҡыҙы юҡ. Әсә­һе­нең өйлән тигәненә шаярып ҡына яуап биреп ҡотолһа ла, үҙенең дә ул турала уйланғаны бар. Йәше лә матур ғына булып бара, егерме бишкә китте. Ауылда түбән ос Рамазандың ҡыҙын оҡшатып йөрөй ине, армиянан ҡайтҡансы кейәүгә сыҡҡан да ҡуйған. Дөрөҫ, уға үҙенең һөйөүен аң­латҡаны булманы, шуға үпкәләмәне. Күңеленә ятҡан ҡыҙ әлегә осрамаған. Эшкә йөрөгәс, ял көндәрендә төнгөлөккә ҡалып эшләргә тура килә, ҡыҙ күҙләргә ваҡыты ла юҡ. Клубҡа сығып ҡараған ине, унда гел мәктәп уҡыусылары ғына икәнен белгәс, башҡа сығып та торманы. Оло­раҡтары күрәһең өйҙә ултыралыр, шулай булмаһа берәйһен булһа ла күрер ине. Кистәрен телевизор ҡарап йә булмаһа компьютер ҡаршыһында ултыра. Һирәк кенә булһа ла бергә эшләгәндәр менән телефон аша һөйләшеп ала. Шулай көн артынан көн үтә торҙо.
Ҡалала йәшәп ятҡан апаһы бер ҡайтҡанында:
- Туғаным, бер ҡыҙ менән таныш­ты­рам әле. Шәфҡәт туташы булып эшләй, - тигән ине.
- Бик һәйбәт ҡыҙ, атаһы минең менән эшләй, шуға беләм, - тине еҙнәһе лә һүҙгә ҡушылып.
- Уны бында алып ҡайта алмайбыҙ ин­де, үҙең килеп сыҡ. Һин килгәндә үҙе­беҙгә саҡырырбыҙ. Бер-берегеҙҙе оҡшатһағыҙ...
Ғайса апаһының һүҙҙәренә өҙөп кенә бер һүҙ әйтә алманы. Ул таныштырыуҙы бик өнәп бөтмәй, кеше үҙе табырға тейеш, тип уйлай. Апаһы уның уйын белгәндәй:
- Хәҙер туғаным, йә таныштыралар, йә интернет аша танышалар, элекке кеүек урам буйында танышыу бөттө ул, - тине.
Ғайсаның ике дуҫы интернет аша та­ны­шып өйләнде, ул турала яҡшы белә, лә­кин ул улай теләмәй. Миңә тигәне ос­рар әле, ти. Шулай ҙа апаһының һүҙҙәрен ҡолағына һалып ҡуйҙы.
2
Төнгөлөктән ҡайтҡас, Ғайса бер аҙ ятып йоҡлап алырға булды. Төн буйы күҙ йоммай ултырыуға күнегеп барһа ла, бөтөнләй йоҡламай булдыра алмай. Гөлмәҙинә улы йоҡлаһын тип, өйгә бик инеп-сығып йөрөргә тырышмай. Күрше­гә инеп, йәштәше менән һөйләшеп, сәй эсеп алалар. Йәшлектәрен, килен булып төшкән саҡтарын иҫләп, “һай ни арала үткән дә киткән был ғүмер, донъялар имен, балаларыбыҙ иҫән-һау булһын, ма­тур донъяны ла күрергә яҙҙы бит”, тип шатланышалар.
Улы йоҡонан уяныуға Гөлмәҙинә тәм­ле итеп аш бешереп ҡуя. Аш еҫе өйгә таралып, танауҙы ҡытыҡлай. Ғайса күҙ­ҙәрен асып, бер-ике кирелеп ала ла, һикереп тороп, тышҡа сығып, һалҡын һыу менән битен йыуып ала.
- Улым, кил, аш ашап алайыҡ, - тип улын саҡыра әсәһе.
- Бөгөн һыйырға ҡаршы мин барыр­мын, эшкә иртәгә генә барам, - тине Ғайса өҫтәл артына ултырып.
- Игендәр матур ғына баш күтәрә башлаған ине, һыйырҙар тағы шаша башланы. Көтөүселәр ҙә зарлана. Колхоз ваҡытында баҫыуҙарҙы һаҡлайҙар ине. Хәҙер һаҡлау түгел, иген сәсмәйҙәр, сүп үләне үҫә. Элек һәр бөртөк өсөн яуап бирә инеләр... Беҙгә, ололарға пенсияны ваҡытында биреп барһалар, шул етә, йәштәр генә эшһеҙ ҡалды, ауыл халҡы кәмей, - тине Гөлмәҙинә ауылдың киләсәген уйлап.
- Борсолма әсәй, барыһы ла яйлана ул, был ваҡытлыса ғына күренеш, - тине Ғайса уйға батҡан әсәһенә.
Ғайса әсәһенең “кәрәкмәй миңә” тигән һүҙенә ҡарамай кеҫә телефоны алып бирҙе.
- Бына, әсәй, телефон, минем менән һөйләшәһең килһә - бына бында баҫаһың, - тип бер нисә тапҡыр үҙ-ара һөйләшеп ҡарап, өйрәтеп бирҙе. Гөлмәҙинә ҡыҙына шылтыратты, телефонда ҡыҙының тауышын ишетеп балаларҙай һөйөндө.
- Был һинме, Гөлсинә, - тип бер нисә тапҡыр ҡабатлап алды.
- Һин телефон ниңә кәрәк ул, ти инең, өйрәнеп тә китерһең. Һирәк булһа ла һөйләшеп алырбыҙ. Хәҙер һүндереп тор әле, мин шылтыратам. Ҡайҙа баҫырға беләһеңдер?
Ҡыҙы шылтыратҡас, Гөлмәҙинә кәрәкле төймәгә баҫты ла, алло, тигән булды. Телефонды гел үҙе менән йөрөтә, кисен янына һалып ҡуя. Бик уңайлы нәмә икән, тип һөйөнөп ҡуя. Бер көндө мага­зинға икмәккә барғанда үҙе менән теле­фонын да алды. Магазин эсенә ингәс кенә телефоны шылтырап китмәҫме, ауылдың ҡайһы бер ҡатындары кеүек магазин эсендә түгел, сығып һөйләште. Ҡыҙы шылтырата икән. Һатыусылар теле­фон менән һөйләшә башлаһалар асыу­ланалар.
- Тышҡа сығып һөйләшегеҙ, - тип сығарып ебәрәләр. Гөлмәҙинә Зәйнәптең гел магазин эсендә телефоны менән һөйләшә башлауына үҙенең дә асыуы килә ине. Әллә маҡтанырға теләүе, йәнә­һә, берәүҙең телефоны бар. Гөлмәҙинә тышҡа сыҡһа ла ишек төбенән йыраҡ китмәне, башҡаларҙан кәм түгел икәнен күрһендәр, белһендәр, тип уйланы.
Киске һигеҙенсе яртыла Ғайса көтөүгә ҡаршы китте. Өйҙән сыҡҡанда әсәһенә:
- Әсәй, һыйыр ҡайтһа, миңә шылты­рат, эҙләп арып йөрөмәм, - тине.
- Ярай балам, шылтыратырмын. Һин ҡаршы барһаң, ҡасмай инде ул.
- Белеп булмай, көндөҙ үк ҡайһы бер һыйырҙар ҡаса тип, көтөүселәр зарланып торған ине.
Ғайса ауыл осона саҡлы барҙы. Уның кеүек һыйыр ҡаршыларға килеүселәр байтаҡ ҡына ине. Ололар ҙа, бала-сағалар ҙа бар. Бала-саға велосипед менән килгән, көтөү ауылға ингәнсе улар үҙ-ара ярышып, хәрәмләшеп тә алырға өлгөрҙөләр. Шул ваҡыт бер яҡ ситтә баҫып торған йәш ҡыҙҙы күреп ҡалды Ғайса. Кем икән тип янына килде.
- Һаумы, һеңлем. Кем ҡыҙы тип әйтә­йем? - тине оялып башын аҫҡа эйгән ҡыҙға ҡарап.
- Мин килен кеше, - тине ҡыҙ, үҙенең бит остары ҡыҙарып китте.
-Танышырға уйлаған инем, барып сыҡманы инде. Кемдең килене булаһың, сер булмаһа?
- Радиктың ҡатыны булам.
- Радиктың? - Ғайса ниңәлер ғәжәпл­ән­гән кешеләй һорап ҡуйҙы.
- Эйе.
- Бик яҡшы. Иҫән-һау йәшәгеҙ.
Ғайса Радиктың өйләнгәнен ишет­мә­гән ине, шуға аптырап китте. Бына тигән матур ҡыҙға өйләнгән. Йәштәр өйләнә, тип үҙ-үҙенә һөйләнеп алды. Радик унан бер йәшкә бәләкәй, бер класҡа түбән уҡыған ине.
Малдар ауылға йүгерә-атлап тигәндәй килеп инде. Һыйыр ҡаршы алырға килеүселәр үҙҙәренең һыйырҙарын алып ҡайтып киттеләр, тик Ғайсаларҙың Шоморто ғына күренмәне.
- Һыйырҙар көтөүҙән ҡастымы, -тип һораны Ғайса арып-талып ҡайтып килгән көтөүсе егеттән.
- Алты һыйыр ҡасты, бер-ике сәғәт элек.
- Ҡара һыйыр бар инеме?
- Бар ине, шикелле. Ҡыуып ҡараныҡ, тыя алманыҡ.
- Ҡайһы яҡҡа киттеләр икән?
- Аэродром яғына өҫкә йүгерҙеләр.
- Аңлашылды, - тине лә Ғайса шул яҡҡа атланы. Аэродром тип “Ҡыҙыл ҡыуаҡлыҡ” тигән урындан бер аҙ өҫтәрәк урынлашҡан аҡланды атайҙар. Колхоз осоронда игендәргә ашлама, ағыу һибергә килгән АН-2 самолеты шунда төшкән. Самолет күрергә ауыл бала-сағаһы шунда ашыға торған булған.
- Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ауылға самолет килһә, беҙ, малайҙар шунда ашыға инек. Эшләп торған самолет артында тороу ғәләмәт ҡыҙыҡ ине, көслө ел күтәреп осорорҙай була. Бер ваҡыт шулай самолет артында ҡалып баҫып торғанда башымдағы кепка осто ла китте. Иген араһынан кепканы дуҫтар менән байтаҡ ҡына эҙләргә тура килде, - тип атаһы һөйләгәнен Ғайса ҡыҙыҡһынып тыңлап торған ине.
Күп йылдар инде ауылға самолет килгәне юҡ, шулай булһа ла был аҡланға аэродром тигән исем йәбешеп ҡалды. Самолет төшмәгәс, был урынды төрлө яҡтан һөрөп ҡыҫып бөттөләр. Тапалмағас үлән дә үҫеп китте. Шул үләнгә ҡыҙығып малдар ҡаса ла инде.
Аэродромда ашап йөрөгән малдар араһында Ғайсаларҙың һыйыры булмай сыҡты. Тимер юлы бик яҡын, шунда мен­мә­һәләр ярар ине тип, ҡурҡып шунда ат­ланы. Ләкин тимер юлында бер мал да күрен­мәне. Бәләкәй урман буйлап, бала саҡта һыйыр ашатҡан урынға атланы. Һы­йыр малын тиҙ генә табам тимә, әле бында булһалар, тиҙ арала икенсе урында хасил бу­лалар. Ғайса былай һыйыр эҙләп йөрөр­мөн тип һис уйламағайны, белһә бинок­лен алған булыр ине. Бинокль менән күп атлап йөрөргә тура килмәй, йыраҡта й­ө­рө­гән малдарҙы ҡарайһың да, үҙеңдеке күренһә генә шунда атлайһың. Уларҙың ҡара һыйыры башҡа малдарҙан айырылып тора.
Фото Т.Роза
Дауамын гәзиттән уҡығыҙ
Читайте нас: