Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2020, 12:05

Йортона баҫып инә лә... көсләй

Йәш егет пенсионер ҡатындың йортона тәҙрә аша баҫып инә һәм яҡлауһыҙ оло кешене хайуандарса мәсхәрәләй.

Был аяныслы ваҡиға Дәүләкән районының Чапай ауылында 28 июль көндө теркәлгән. Йәш егет пенсионер ҡатындың йортона тәҙрә аша баҫып инә һәм яҡлауһыҙ оло кешене хайуандарса мәсхәрәләй.
Һуңынан асыҡланыуынса, йәш егет иҫерткес эсемлектәр ҡулланғандан һуң иртә менән хаҡлы ялдағы ҡатындың йортона баҫып килеп инә һәм ҡырын эшен башҡара. Был турала Медиакорсеть сығанағы хәбәр итә.
Аҙаҡ билдәле булыуынса, 22 йәшлек егет быға тиклем дә автомобиль урлағаны һәм кеше ғүмеренә үлем менән янағаны өсөн иркенән мәхрүм ителгән булған.
Йәш егетте полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған, ул ғәйебен тулыһынса таныған. Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул йортҡа баҫып инеү һәм көсләү статьялары буйынса закон алдында яуап тотасаҡ.
Фото:Lomolenobl.ru
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yortona-ba-ip-in-l---k-sl-y-388898/
Читайте нас: