Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2020, 12:00

Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә такси бушлай

Өфөлә 1 июлдән социаль такси эшләй башланы. Унда беренсе төркөм инвалидтарын, инвалид- балаларҙы йөрөтөү ҡаралған.

Был проектты Башҡортостан буйынса «Бөтә Рәсәй» һуҡырҙар төбәк ойошмаһы Граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Башҡортостан гранты нигеҙендә тормошҡа ашырған.
Проект буйынса өс һаңғырау водитель, ым-ишара телендә руссаға тәржемәләүсе бер диспетчер эшләй. Хеҙмәтләндереү командаһы беренсе төркөм инвалидтарҙы, инвалид балаларҙы, оҙатыусы менән бергә, Башҡортостан биләмәһе сиктәрендә бушлай йөрөтә. Социаль такси пассажирҙы айына биш тапҡыр хеҙмәтләндерәсәк. Көнөнә 20 мөрәжәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә социаль объекттарға барыу уңайлы булһын өсөн уйланып эшләнгән был.
- Социаль таксиға 1 июлдән 28 июлгәсә 300 мөрәжәғәт булды, - тип белдерә проект етәксеһе Ольга Шевнина. – Шуларҙың 69 проценты - инвалид балалар, 6 проценты кресло -коляскала, 7 проценты - күреү буйынса инвалидтар.
Бындай таксиҙарға ихтыяж ҙур. Был проект 2021 йылдың 31 ғинуарына тиклем дауам итәсәк. Түбәндәге 8963 894431, 8 3472845522 телефон номерҙары буйынса саҡыртып була. Алдан яҙылыу мотлаҡ.
Фото "Башинформ".
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/M-mkinlekt-re-sikl-ng-nd-rg-taksi-bushlay-389042/
Читайте нас: