Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2020, 11:05

Элвин Грей Виллинан көнләште шикелле...

Быға йәш йырсы Гөлназ Асаева менән Виллиның (Вилдан Шәмсетдинов) никахы ла сәбәп булыуы мөмкин, тиҙәр йыр-моң һөйөүселәр.

Хәбәр итеүебеҙсә, башҡорт һәм татар эстрадаһының йәш йырсылары Гөлназ Асаева менән Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) яңы тормош башлағайны.
2018 йылда Элвин Грей "Ҡазан-Арена"һында ҡуйған концерты ваҡытында үҙенең лейблы аҫтында сығыш яһаясаҡ яңы артист - Вилли менән таныштыра. Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) тышҡы ҡиәфәте, кейенеү рәүеше һәм йырлау стиле менән дә Элвин Грейға оҡшаған.
Ошо көндәрҙә Элвин Грей Вилдан Шәмсетдиновтың башҡаса уның “Elvin Grey” лейблы артисы түгеллеген яҙып сыҡҡан. “Вилли продюсеры һәм “Elvin Grey” лейблы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән ине. Уның ваҡыты сыҡты. Килешеү нигеҙендә бер яҡ мәжбүри шарттарҙы үтәмәү сәбәпле, килешеүҙе оҙайтыу кәрәк тип табылманы", -тиелә хәбәрҙә.
Күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған был яңылыҡҡа Вилли яуап биреүҙе асыҡ ҡалдырған. Шуныһы ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс та, социаль селтәрҙәге был хәбәр Гөлназ Асаева һәм Вилдан Шәмсетдинов никах уҡытҡандан һуң барлыҡҡа килгән. Бер нисә йыл элек Гөлназ Асаева менән Радик Юлъяҡшин осрашып йөрөгән ине. Шуға күрә Гөлназдың Вилданға кейәүгә сығыуына әллә яратҡан йырсыбыҙ бер аҙ көнләшеп тә ҡуйҙы инде...
Фото:Fprokazan.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Elvin-Grey-Villinan-k-nl-shte-shikelle-388961/
Читайте нас: