Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2020, 11:10

Бейеүсене һуңғы юлға оҙаттылар

Коллектив уға бик ҙур өмөттәр бағлаған, сөнки ул төрлө трюктар эшләй белгән.

Фажиғәле рәүештә Санкт-Петербург ҡалаһында һәләк булған яҡташыбыҙ, Өфө егете Кирилл Антроповты бөгөн һуңғы юлға оҙаттылар. Егетте баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 йәшлек бейеүсе егет ял иткән саҡта Санкт-Петербург ҡалаһына китә һәм унда бейеклектән осоп төшөп һәләк була. Ҙур аҡса сығымдары һәм коронавирус инфекцияһы арҡаһында кәүҙәне алып ҡайтыу проблемалар тыуҙырыуы ихтимал ине. Тик егет бейегән Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле бар сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алды.
“Ошондай ауыр ваҡытта ансамбль уның ғаиләһен бәлә менән яңғыҙын ҡалдырманы һәм мөмкин булғанса ярҙам итте. Кәүҙәне алып ҡайтыу, ерләүҙе ойоштороу һәм финанс ярҙамын ансамбль үҙ өҫтөнә алды”, – тинеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтендә.
Билдәле булыуынса, Кирилл бында 2016 йылдан эшләй башлаған. Коллектив уға бик ҙур өмөттәр бағлаған, сөнки ул төрлө трюктар эшләй белгән.
Кириллдың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Beye-sene-u-i-yul-a-o-attilar-389008/
Читайте нас: