Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2020, 12:55

Беренсе һәм һуңғы тапҡыр табутта ғына күргән...

Күрше өлкәлә өс балаһының әсәһен – йәш ҡатынын атып үлтергән табип, элекке депутат Азат Зариповҡа, ниһайәт, хөкөм ҡарары сығарылған. Асыҡланыуынса, фажиғә сәбәбе булып...

Бөгөн Силәбе ҡалаһы судында 50 йәшлек Азат Зариповҡа хөкөм ҡарары сығарылған. Былтыр уларҙың аяныслы ғаилә тарихы тотош Рәсәйҙе шаулатҡайны.
Азат Зарипов – Локомотивный ҡасабаһында оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән хөрмәтле кеше, урындағы депутат та булған.
Тәүге ҡатыны менән айырылышҡандан һуң, үҙенән 17 йәшкә кесе Еленаға өйләнгән. Уларҙың өс балаһы тыуған. Ир ҡатынын бик көнләшкән, туҡтауһыҙ ошо нигеҙҙә өйҙә талаш-тартыш сыҡҡан, тип һөйләй был ҡанлы эштең шаһиттары.
Нисек кенә булмаһын, ғаилә хәле мөшкөллөнә башлағас, Лена иренә айырылырға теләгәнен белдергән. Ә көнсөл ире уның ниндәйҙер ир менән телефондан хат алышҡанын белеп ҡалған. Әйткәндәй, уның шиге дөрөҫләнгән: ҡатын, әжәле алдынан, һуңғы яҙманы ла шул серле иргә ебәргән, “ирем машинала, тәҙрә төбөндө ултыра” тип яҙған. Асыҡланыуынса, был ир Антон исемле булған, Новосибирск ҡалаһында йәшәгән.
Былтыр август төндәренең береһендә Азат Зарипов гаражда дуҫы менән алкоголле эсемлектәр ҡулланған. Эсеп алғас, йәш ҡатынына асыуы килгән ир, һунар мылтығын алып, фатирына ҡайтҡан һәм өйҙә береһенән-береһе бәләкәс балалары булыуына ҡарамаҫтан, 32 йәшлек ҡатынын атып үлтергән. 11 йәшлек улы низағты ишетеп, уға ҡамасауларға ла маташҡан, ҡыҙҙары ла уянған, әммә көнләшеүҙән күҙе тонған ирҙе бер кем дә туҡтата алмаған. Унан Зарипов ҡәйнәһенә шылтыратҡан да, “Ашығыс ярҙам” саҡырырға ҡушҡан. Үҙенә-үҙе ҡул һалырға маташҡан, әммә килеп сыҡмаған. Шунан, балаларын үле әсә янында ҡалдырып, күрше ҡасабаға юлланған.
Хөкөм ҡарарын Азат Зарипов тып-тыныс тыңлаған. Балаларынан һәм мәрхүм ҡатынының ата-әсәһенән ғәфү үтенгән. Ҡатынының өс балаһын алып, Новосибирск ҡалаһына, сит ир янына йыйыныуы сығырымдан-сығарҙы, быға тиклем тәүге ҡатыным да миңә хыянат иткәйне, тип белдергән.
Еленаны ерләгәндә кешеләр ят ирҙе күргән. Асыҡланыуынса, был тап үрҙә телгә алынған Антон булған. Ул Еленаны бығаса танып белмәгән, тик виртуаль донъяла ғына яҙышҡандар. Һөйгәнен был ир беренсе һәм һуңғы тапҡыр табутта күргән.
Азат Зарипов иһә 11 йылға тимер рәшәткә артына оҙатылған.
Фото: gazeta.a42.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Berense--m-u-i-tap-ir-tabutta-ina-k-rg-n-388767/
Читайте нас: