Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Июль 2020, 13:55

Хәлең нисек, Зәңгәркүлкәй?

Күҙ алдыма ошонда картина килеп баҫты: бер яҡлап тирмәләр урын алған, теләүселәр аттарҙа йөрөй ала, йәйә менән уҡтан атып ҡарай, башҡорт милли аштарынан ауыҙ итә, ғөмүмән, милли мөхиткә сумыу мөмкинлеге менән кинәнеп ҡуллана.

Алсаҡ ҡояшлы, хәтфә үләнле, аллы-гөлө сәскәле йәй үҙенең ҡосағына алыу менән күңел тәбиғәткә ашҡына. Хозур тәбиғәтле Башҡортостанда йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ – уникаль һәйкәлдәр, шишмәләр, күлдәр, тау йылғалары һәм һыуһаҡлағыстар – былар барыһы ла туристарҙы таң ҡалдыра һәм беҙҙең юғары тиҙлектә үткән көндәлек ығы-зығыларҙан ситләшергә ярҙам итә. Сит илдәр, диңгеҙҙәр ары торһон! Быйыл сит илгә сығыу сикле булыу сәбәпле, Башҡортостаныбыҙҙың хозур урындарында туристар бер нисә тапҡырға артҡан. Районыныбыҙҙың Яңы Муса ауылы янында урынлашҡан Зәңгәркүл дә ял итеүселәрҙең яратҡан урыны булып тора. Күптән түгел миңә лә унда булырға тура килде. Был 400 квадрат мертлыҡ күлгә зәңгәр төҫтө төбөндәге шифалы зәңгәр балсыҡ бирә. Күлдең үҙенсәләге шунда, ул ҡышын да туңмай. Йәй көнө лә һыуҙың температураны 5 градустан артмай, сөнки уның төбөндә бер нисә шишмә сыға. Күлде эзбишташлы ҡаялар уратып алған, әгәр ҙә уларға күтәрелһәң, йылғаға ағып төшкән күлде күреп һоҡланырға була. Ошо тауға менеп баҫып, аҫҡа ҡарап торғанда, эх, ошонда туристик база булһын ине, тип хыялға бирелеп тә алдым. Күҙ алдыма ошонда картина килеп баҫты: бер яҡлап тирмәләр урын алған, теләүселәр аттарҙа йөрөй ала, йәйә менән уҡтан атып ҡарай, башҡорт милли аштарынан ауыҙ итә, ғөмүмән, милли мөхиткә сумыу мөмкинлеге менән кинәнеп ҡуллана. Кем белә, бәлки, киләсәктә быны йүнсел яҡташтарыбыҙҙың берәйһе тормошҡа ла ашырыр. Этнотуризм хәҙер донъя кимәлендә популярлыҡ яулай бит. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ла туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, байтаҡ мәсьәләләр күтәрелә. Уникаль туристик потенциалға эйәбеҙ, ләкин ҡалғаны: инфраструктураны тейешле талаптарға ярашлы итеү, үҙ-үҙебеҙҙе рекламалау йәһәтенән беҙгә үҫергә лә үҫергә шул. Зәңгәркүл тәбиғәт һәйкәле булыу сәбәпле, уның янында уҡ бындай база булдырыу мөмкин түгел, әммә унан бер аҙ ситтәрәк урынды һайларға лә мөкиндер. Ә туристар был урынды, ысынлап та, ярат. Бында уларҙың күплеге! Улар араһында күрше-тирә райондарҙан, баш ҡаланан килеүселәр ҙә бар.
- Бында килеп, күңелем Өфөләге шау-шыулы, ығы-зығылы тормоштан ял итә. Хозур тауҙар, матурлығы менән үҙенә ылыҡтырып торған Зәңгәркүл – быларға ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ. Күлдә оҙаҡ итеп һыу кереп булмаһа ла, тиҙгә генә инеп сығыу тәнде лә, йәнде лә сафландырған кеүек, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша үҙен Гүзәл тип таныштырыусы апай.
Тик бөгөнгө заман кешеһе күберәк бирергә түгел, ә алырға ярата. Тәбиғәттең хозурлығынан кинәнес, энергия алырға яратһаҡ та, үҙебеҙ яғынан тәбиғәтебеҙгә ҡарата иғтибар, ихтирам етмәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Үҙҙәре артынан сүп-сар ҡалдырыусылар ҙа юҡ түгел туристар араһында. Шулай, бер компания (урта йәштәрҙәге апай-ағайҙар) ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалды, әммә сүп-сар менән тулы тоҡтары ултырып ҡалды. Эргәләрендәге апай түҙмәйенсә: “Ғәфү итегеҙ, һеҙ пакетығыҙҙы оноттоғоҙ, шикелле”, - тигәс, теге кешеләр ҡыйманы, ахыры, кире килеп, тоҡтарын алып, контейнерға алып барып һалдылар. Шулай уҡ тәбиғәт комплексына ингән урында усаҡ яғырға тыйылыуы һәм уны боҙоусыларға административ яза ҡаралыуы тураһында яҙыу тороуға ҡарамаҫтан, усаҡ эҙҙәре теҙелеп киткән.
Былтыр Зәңгәркүл буйына райондаштарыбыҙ меңләгән төп ағастар ултыртҡан ине. Күлде ямғырҙан һуң бәшмәктәр кеүек баҫ:ып алған автомобилдәр ошо ағастарҙы тапап, шаҡтай зыян килтергән. Шуның өсөн дә ауыл Советы тарафынан бында ингән урынға яһалма кәртәләр ҡуйыла. Шуға машинаны ситтә ҡалдырып, артабан йәйәү инергә кәрәк.
Эльнара Шаймарҙанова.
Читайте нас: