1. Был ябай күнегеүҙе яһарға өйрәнегеҙ: арҡағыҙ менән стенаға һөйәлеп баҫығыҙ. Бер үк ваҡытта баш арты, ҡалаҡ һөйәктәре, арҡағыҙ һәм үксәләрегеҙ стенаға тейеп торһон. Бер минут тирәһе шулай тороғоҙ, унан һуң тәнегеҙҙең ошо һәләтен һаҡлап ҡалып, стенанан бер аҙ алға барығыҙ. Ул дөрөҫ, матур, төҙ кәүҙә булып һанала ла инде. Мускулдарығыҙ әлеге күнегеүҙе иҫтә ҡалдырһын өсөн, уны көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ.
2. Бер аяғығыҙҙы икенсенең өҫтөнә ҡуймағыҙ. Ул умыртҡа бағанаһының аҫҡы өлөшөндә ауыртыу килтереп сығара, ҡан әйләнешен боҙа һәм хатта кесе оса һөйәге, енес ағзалары тирәһендә ауырыуҙар барлыҡҡа килеүгә лә этәргес булырға мөмкин. Ултырғысҡа кинәт ултырмағыҙ, сөнки былай эшләгәндә ауырлыҡ умыртҡалыҡҡа төшә һәм ундағы кимерсәктәргә зыян итә.
3. Әгәр оҙаҡ баҫып торорға тура килә икән, һәр ун минут һайын кәүҙә торошоғоҙҙо үҙгәртергә онотмағыҙ. Тән ауырлығын сиратлап бер аяҡтан икенсе аяҡҡа күсерергә кәрәк. Бер урында тапанығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы ваҡыт-ваҡыт өҫкә һуҙыу, артҡа эйелеү һәм тәрән итеп һулыш алыу файҙалы. Былай эшләгәндә арығанлыҡ хисе кәмеүен һәм көс килеүен шунда уҡ һиҙерһегеҙ.
4. Ауыр әйберҙәрҙе ике ҡул менән күтәрергә кәрәк. Ундай ваҡытта арҡа тура булырға һәм бер яҡҡа ла ауышмаҫҡа тейеш.
5. Арҡаның ауыртыуы һәм күңел көрлөгө бер-береһе менән бәйләнгән. Мәшәҡәттәргә, үпкәләрегеҙгә, борсолоуҙарығыҙға суммағыҙ. Рухи хәләт насар булған осраҡта ҡан тамырҙарының эшмәкәрлеге үҙгәрә, ә ул ауырыу ҡағылып уҙған күҙәнәктәрен ҡан менән тәьмин итеүҙе насарайтырға мөмкин. Нәҡ бына ошо арҡа өлөшөндә ауыртыу тойғоһо килтерә лә инде. Әлеге ауыртыу ҡулға йәиһә аяҡҡа күсергә мөмкин.