Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Июль 2020, 13:55

Игеҙәктәр атаһының үлгәнен һаман белмәй

Әсәләре был ауыр яңылыҡты нисек әйтергә тип ҡайғыра...

Ҡот осҡос хәлдәр ҡабатланып ҡына тора шул. 11 июлдә төндә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә 38 йәшлек Дмитрий Камарницкий үлтерелде.
Ул бәхетһеҙ көндө Дима дуҫының тыуған көнөн билдәләргә китә. Төндә улар тәүлек әйләнәһенә эшләгән магазинға инә.
– Магазинға тәүҙә өс ир инә, улар - сегәндәр, арттарынан дуҫы менән ирем килә. Ниндәйҙер мәлдә ирем һәм егеттәр араһында талаш сыға, аңлауымса кассалағы урынды бүлешә алмайҙар. Улар Димаға тышҡа сығып “һөйләшергә” тәҡдим итә башлай. Уның дуҫы кассала ҡалған саҡта, ирем улар менән сыға. Магазин коридорында таяҡтар торған, бында ремонт эштәре барған икән. Егеттәрҙең береһе шул таяҡты алған һәм тышта иремде шуның менән ҡаршы алған. Ирем таяғын ҡулынан тартып алған, был арала икәүһе уның өҫтөнә ташлана һәм һуғыша башлайҙар. Дуҫы сыҡҡансы өсәүләшеп туҡмайҙар уны. Ул килеп сығыуға Дмитрий ерҙә ятҡан, ә былар таксиға ултырып ҡасҡан, – тип һөйләгән “КП-Уфа” баҫмаһына ирҙең ҡатыны Ксения.
Урынға килгән “Ашығыс ярҙам” табиптары уның үлемен теркәгән, ярҙам итеү өсөн һуң булған. Эште тикшергәнсе, Дмитрийҙың кәүҙәһе таңға тиклем ерҙә ятҡан. Ксения иһә был ваҡытта балалары менән иренең ата-әсәһе янында ауылда булған.
Туҡмап үлтерелгән ирҙең ҡатыны һәм алты йәшлек ике игеҙәк улы ҡалған. Шуныһы аяныслы, балалар әле аталарының юҡлығын белмәй.
– Ирем биш көн эшләй, биш көн ял итә ине. Балалар белә, был ваҡытта аталары ҡайтырға тейеш. Шуға көн һайын уны һорайҙар. Ә мин уларға нисек был яңылыҡты әйтергә лә белмәйем. Ҡасан көс табырмын, әйтә алмайым, – тип илай Ксения.
Һәләк булған ирҙең өлкән йәштәге ата-әсәһе өсөн дә был әйтеп бөтмәҫлек ҙур ҡайғы. Улар былтыр ғына өлкән улын ерләгән. Ул ике яҡлы пневмониянан һәләк булған. Быйыл – кесеһе.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, үлтереү буйынса 20 һәм 25 йәшлек ағалы-ҡустылы ике кеше ҡулға алынған. Береһе ғәйебен таныған. Икенсеһен әлегә ебәргәндәр. Улар ысынлап та таксиға ултырып ҡасҡан, юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре төндә “Рено Логан” автомобилен һәм уның рулендәге таксисты тотҡан.
Ҡыҙғаныс, урам буйында һуғышып, үлтереш осраҡтары әле һаман кәмемәй. Күп осраҡта бының сәбәбе – алкоголь. Ҡандары ҡыҙып алған ирҙәр көс һынашырға ғына тора, ә аҙаҡҡы эҙемтәләр тураһында уйламай шул. Бер осраҡлыҡ арҡаһында ғүмер өҙөлдө, ә игеҙәк малайҙар атайһыҙ үҫәсәк...
Фото: ғаиләнең шәхси архивынан.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ige-kt-r-ata-ini--lg-nen-aman-belm-y-378516/
Читайте нас: