- Илһөйәр Атаморат ҡыҙы, тәмәкенең хаҡы ҡиммәтләнеүе лә күптәргә кәртә булманы. Шундай уҡ ҡурҡыныс упҡынмы ни ул?
- Күптәр тәмәкене йәшлеге менән ҡыҙыҡ күреп тарта башлай. Тәүҙә берәүҙе тартып ҡарай, шунан икенсене. Бына шулай уйындан ғына башланған ҡылыҡ ғәҙәткә әйләнеп китә һәм йыш ҡына насар эҙемтәләргә килтерә. Ҡайһы берәүҙәр иртәләрен ҡәһүә менән тәмәкенән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай. Күптәр һуңынан ташларға тырышып-тырышып ҡарай – тик булдыра алмай. Ҡыҙғаныс, әлбиттә, сөнки был ваҡытлы рәхәтлек өсөн икеләтә-өсләтә интегергә тура килмәһә ярай ҙа...
- Тәмәкенең ниндәй зыяны бар?
- Ундағы зыянлы матдәләрҙе һанап бөткөһөҙ. Янып торған тәмәкенең төтөнө - 4 меңдән ашыу химик матдәне берләштереүсе үҙе бер химия заводы. Улар араһында иң зыянлылары ацетилин, нишатыр спирты, бензол, формальдегид, метанол һәм цианид. Тап ошо матдәләр дауалауға бирелмәүсе йәиһә оҙайлы дауалау курсы талап итеүсе ҡурҡыныс ауырыуҙарға юл аса. Йыл һайын тәмәкенән 7,2 миллион кеше үлә. . Хәүеф дәүмәле бер көндә тартҡан тәмәке һанына бәйле. Даими рәүештә тартыусы ир-егеттәр араһында йөрәк ишемияһы ауырыуынан үлеү осрағы тартмаусыларға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Тәмәке тартыусы ҡатындарҙа миокард инфаркты хәүефе лә өс тапҡырға ҙурыраҡ. Тәмәкеселәрҙең 87 процентында күҙәтелгән иң ҡурҡыныс ауырыу – үпкә яман шеше. Был ауырыу, нигеҙҙә, дауалауға бирелмәй. Үпкә шешенән тыш, тәмәкеселәр лейкоз, ашҡаҙан шеше кеүек башҡа ҡурҡыныс яман шеш ауырыуҙарына ла дусар була. Никотин тамырҙарҙың хәрәкәт итеү һәм баш мейеһенең тын алыу үҙәктәрен ҡуҙғытып, ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына килтерә һәм төйөрсәләр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ йөрәккә кислород килеүҙе кәметә, ҡандың ойошоуына булышлыҡ итә, был иһә үҙ сиратында тромбтарға нигеҙ һала. Никотин йоғонтоһонда йөрәк тибеше 15-20 процентҡа йышая, шуға күрә тәмәке тартыу йөрәкте көсәнеп эшләргә мәжбүр итә, был иһә уны ваҡытынан алда эшлектән сығара. Тәмәке төтөнөндәге аммиак та аҙ зыян килтермәй. Тәмәкеселәрҙең күбеһе хроник бронхит менән ауырый. Тәмәкесе тәбиғәт биргән ғүмер оҙонлоғоноң ун йылын тартып ала.
Тәмәке тартыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең енси функцияһына ла кире йоғонто яһай. Буласаҡ әсәләр ауырлы саҡта тәмәке тартыуҙың балаға ни тиклем ҙур зыян килтереүен аңларға тейеш. Сабыйҙың ваҡытынан алда, етлекмәй тыуыуы, шулай уҡ аҡыл һәм физик үҫешендә тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал. Көйрәтеү кешенең тышҡы матурлығына ла насар йоғонто яһай, бите йәмһеҙләнә, тештәре һарғая һәм башҡалар. Тәмәкене ташлау бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға ауыр бирелә. Шуға ла белгестәргә мөрәжәғәт итеү яҡшыраҡ.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ).
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.