Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июль 2020, 12:05

Өләсәһенә ярҙам итәм тип...

18 йәшлек студент егет өләсәһенә электр уты үткәрергә ниәтләгән. Юғары вольтлы сымдарҙы йортҡа һуҙған саҡта...

Оло кешегә ярҙам итәм тигән изге теләк баланың фажиғәле үлеменә килтергән. Хәл 11 июлдә Мәләүез районында булған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы, хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағына һылтанып хәбәр итә.
18 йәшлек студент егет өләсәһенә электр уты үткәрергә ниәтләгән. Юғары вольтлы сымдарҙы йортҡа һуҙған саҡта, фажиғә булған: электр уты һуғыуҙан егет урында уҡ йән биргән.
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара. 18 йәшлек егеттең Корнеевка ауылында йәшәүе, Салауат индустриаль колледжының икенсе курсында белем алыуы мәғлүм.
Егеттең яҡындарына түҙемлек бирһен! Хәүефһеҙлек сараларын инҡар итмәгеҙ, электр уты менән шаярмағыҙ!
Фото: mamaplus.md
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Фото: "Башинформ" агентлығы
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/l-s-en-yar-am-it-m-tip-364977/
Читайте нас: