Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июль 2020, 14:00

“Ирем һаман тәүге ғаиләһенән айырыла алмай...”

"Тормош тәжрибәһе етерлек булмағандыр, күрәһең, алдын-артын ҡарап, барыһын үлсәп тормағанмын шул".

Ике тапҡыр никахта булып, ҡатындары менән айырылышҡан иргә тормошҡа сығырға тура килде. Тормош тәжрибәһе етерлек булмағандыр, күрәһең, алдын-артын ҡарап, барыһын үлсәп тормағанмын шул. Иремдең элекке ғаиләһендә утыҙға еткән ҡыҙы, егерме ике йәшлек улы бар. Ҡыҙы кейәүҙә, улы институт тамамланы, әлегә эшләмәй.
Беҙ Илдар менән танышҡанда уның балаларына ярҙам иткәнен белһәм дә, был ярҙамдың күпме күләмдә икәнен күҙ алдыма ла килтермәй инем.
Барыһы ла улыбыҙ тыуғас асыҡлана башланы, сөнки мин декрет ялында, эшләмәйем, аҡсаны һуҙып-тартып тигәндәй еткерергә тура килгеләй. Ирем улын ҡарауҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә алған - көндәлек кәрәк-ярағына ла, ял итергә лә, коммуналь хеҙмәттәргә лә аҡса йәлләмәй, биш йыл буйы түләп уҡытыуы етмәгән, әле лә уны кейендерә. Тик улы ғына атаһының ҡәҙерен белмәй, эшкә урынлашырға ашыҡмай.
Һөйләһәң һүҙ инде, улы мәктәптә уҡығанда йыйылыштарға Илдар үҙе йөрөнө, ҡатыны шәхси тормошон яйлау менән күберәк мауыҡты, күрәһең, балаһының яҙмышы әллә ни уны ҡыҙыҡһындырманы. Шул сәбәпле улар айырылышҡандар ҙа...
Ҡыҙына кейәүгә сығыу менән фатир алышырға аҡса бирҙек, туй үткәрҙек. Икеһенең дә машинаһы бар, юғары белем алыу өсөн дә балаларына Илдар үҙе ярҙам итте. Шулай булырға тейештер ҙә, атай бит. Тик ҡырҡ йәш еткәнсе, атай елкәһендә ултырырға самалайҙармы икән ни?
Минең дә улыма иш итеп, бәпес алып ҡайтҡым килә. Тик ирем теше-тырнағы менән ҡаршы, сығымдар былай ҙа күп, матди яҡтан ауыр буласаҡ, аҫрарға ҡулдан килмәҫ, тип ҡурҡыта. Йәш үтеп бара, төштәремдә сабый күтәреп ултырғанымды күрәм. ”Бала йәнле” тип иҫәпләгән иремдең минең теләгемде ҡырт өҙгәне менән һис килешә алмайым.
Фото:Womens-blog.com.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/Irem-aman-t-ge-ail-en-n-ayirila-almay-363940/
Читайте нас: