Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июль 2020, 14:05

Хаталар кәмемәй...

Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү тураһында күп фекер йөрөтәбеҙ, һөйләйбеҙ, борсолабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө учреждениеларҙың, сауҙа нөктәләренең алтаҡталарындағы хаталар кәмемәй.

Уҙған аҙнала “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ағзалары хаталарҙы асыҡлау буйынса рейдтар уҙғарҙы. Белгестәр алтаҡталарҙан тыш, ауылдарҙың, урамдарҙың атамаларын, ауыл биләмәләре сиктәрендәге стелаларҙағы яҙыуҙарҙың дөрөҫ яҙылышын да күҙ уңынан ысҡындырманы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, законға ярашлы, алтаҡталарҙағы бар рәсми мәғлүмәт ике телдә (башҡорт һәм рус) яҙылырға тейеш. Ҡыҙғанычҡа ҡаршы, рейд ваҡытынджа башҡорт һүҙҙәренең дөрөҫ яҙылмауын, уларҙың дөрөҫ урынлашмауын күп күрергә тура килде. Ә ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә башҡорт телендә алдтаҡталар бөтөнләй юҡ, был иһә заокнды тупаҫ боҙоу булып иҫәпләнә һәм хоҡуҡ боҙоусыларға административ штраф янай.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, алтаҡталарҙа хаталар булыуына шаһит булһағыҙ, был хаҡта беҙгә хәбәр итеүегеҙ (8-34765-2-32-66) һорала.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.
Читайте нас: