Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июль 2020, 12:20

Бахыр айыу балаһы...

Туристар әйтеүенсә, айыу балаһын ыҙалатып, ир шул рәүешле аҡса эшләй икән...

Ҡандракүлдә ял итеүселәр ҡырҡ градуслыҡ эҫелә айыу балаһын йонсотоп эйәртеп йөрөгән иргә асыуҙары килгән.
Туристар әйтеүенсә, айыу балаһы менән фотоға төшөргә теләүселәрҙе эҙләп, ир шул рәүешле аҡса эшләй икән. Яр буйында эҫенән әлһерәгән айыу балаһын йәлләүселәр күп, тик уның менән фотоға төшөүселәр ҙә табыла. Йыл да ошонда ял итергә килеүселәрҙең әйтеүенсә, был айыу балаһын улар быйыл ғына күрмәй. Саҡ-саҡ тын алған”коммерсант” айыу балаһын һаҡлауға урындағы хайуандарҙы яҡлау ойошмаһы ла ҡыҫылмаҡсы, улар хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә уйлай.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/yra-ay-m-khit/Bahir-ayiu-bala-i-364999/
Читайте нас: