Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Июль 2020, 15:42

Бал ҡорттары ҡырылған...

Райондың Игнатовка ауылы янындағы гәрсис баҫыуын химик эшкәртеүҙән һуң бал ҡорттарының һәләк булыуы асыҡланған.

Шишмә һәм Сәфәр ауыл биләмәһе территорияһына ҡараған умарталар бигерәк ҙур зыян күргән. Әлегә 200 баш умартаның ҡырылыуы билдәле. Баҫыуҙы “Башкир-агроинвест” йәмғиәте эшкәрткән.
Зыян күреүселәрҙең береһе - Павел Титов. Ҡортсоноң 50 умартаһының күбеһе химикаттарҙан һәләк булған. “Баҫыуҙарҙы эшкәртеү тураһында алдан бер ниндәй ҙә иҫкәртеү булманы, - ти ул. - Ағыуланған ҡорттар умартанан китмәй, уның янында осоп йөрөй һәм үлә”.
Яҡын арала Күсем ауылы эргәһендәге баҫыуҙы ла эшкәртергә йыйыналар, тигән хәбәр бар. Ә был тирәлә яҡынса 600 умартаның булыуы билдәле.
Балсыларҙың тиҙҙән бал айыртыр мәлендә ҡорттарының һәләк булыуы улар өсөн ҙур ҡаза. Сөнки күптәренең төп табыш сығанағы булып ҡортсолоҡ тора.
Шишмә районы умартасылары йәмғиәте рәйесе Рафаэль Вәлиев килеп сыҡҡан киҫкен хәл сәбәпле, уларға килтерелгән зыянды ҡаплау һәм өлөшләтә ярҙам итеү маҡсатында ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселегенә мөрәжәғәт иткән.
Әлегә “Башкир-агроинвест” йәмғиәтенән бер ниндәй ҙә яуап булмаған.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: