Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Июль 2020, 11:35

Йөҙ йәшлек ветерандың ғүмерен кем ҡыйған?

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко урындағы ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр итте...

“Ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр итәм: 100 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Николаевич Несмеянов вафат булды. Тәүтикшереүҙәр уның талаған ваҡытта үлтерелгәне тураһында һөйләй. Әле урында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ваҡиға тураһында ентекләберәк аҙаҡ хәбәр итермен”, – тип яҙҙы “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко.
Иван Несмеянов Байкал аръяғы фронтында милитаристик Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Һоҡланғыс ғүмер юлы үтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Былтыр ноябрҙә ул үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән була.
Ветерандың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҡәбәхәттәр үҙ язаһын алыр тигән ышаныстамын.
Фото З. Гордиенко сәхифәһенән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Y--y-shlek-veterandi--meren-kem-iy-an-360235/
Читайте нас: