Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Июль 2020, 11:55

Ит эсендә нимә ул?

Баҡһаң, был сәйер әйбер ...

Артур өйҙә тарттырылған итте өлөштәргә бүлеп, һыуытҡысҡа һалмаҡсы була. Пакеттарға бүлгеләгәндә, сәйер әйбер ҡулына эләгә. Тотҡолап әйләндерә башлағас, ул өс өлөшкә тарҡала.
Ир уларҙы бергә ҡушып, табышты фотоға төшөрә һәм уның нимә икәнен асыҡлау өсөн интернеттан эҙләй башлай. Баҡһаң, был сәйер әйбер ... йорт хайуандары өсөн чип булып сыға.
Ошондай микрочиптарҙы, мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, хәстәрлекле хужалар эт-бесәйҙәренә ҡуйҙыра. Өҫтәүенә чипҡа бөтә мәғлүмәтте, ҡушаматынан алып прививкаларға тиклем, индерергә була. Артурҙың уйынса, чиптың сусҡаға ҡуйылған булыуы ихтимал. Ғәҙәти булмаған табыштың эйәһен егеттең бик тә белгеһе килә. Ә ит фаршын ул әлегә ҡулланмаҫҡа, һыуытҡысҡа һалып ҡуйырға булған.
Фото:Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/It-esend-nim-ul-358607/
Читайте нас: