Улдарҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Ир баланың эске доньяһын ир кеше генә аңлай ала, сөнки был тойғоларҙы ҡасандыр ул үҙе лә кисергән. Балаңды түгел, ә тәү сиратта үҙеңде тәрбиәлә, сөнки ул барыбер һине ҡабатлаясаҡ, тиҙәр психологтар. Малайҙар атайҙарынан бөтә сифаттарҙы үҙҙәренә ала, хатта яҡшы булмағандарын да. Сөнки ҡәҙерле кешеһенең бөтә ҡыланышы ла уға дөрөҫ тойола. Шулай уҡ атай кеше ғаилә башлығы булараҡ үҙенең ролен аңларға тейеш, шул ваҡытта уның абруйы юғары була, һәм бала атаһын ихтирам итеп, уға тартыласаҡ.
Тәрбиәләүҙе кесе йәштән үк башларға кәрәк. Аҙаҡ уны ҡулға алыу бик ауыр буласаҡ. Ҡайһы берәүҙәр эштә оҙаҡ ваҡыттарын үткәреп, балаға бирергә тейешле иғтибарҙы уйынсыҡтар йәки тәмлекәстәр биреп кенә алыштырам, тип яңылаша. Ысынында иһә кескәйҙәр өсөн матди байлыҡ бик үк мөһим дә түгел. Уларға өлкәндәр, бигерәк тә атай менән бергә уйнау, бергә булыу ҡыҙығыраҡ.
Ҡайһы бер ғаиләләрҙә өлкәндәр тәрбиәне, өйрәтеүҙе әрләү менән бутай. Был саҡта инде бала аңлауҙы ситтән эҙләй башлаясаҡ...
Малайҙарға ҡарата артыҡ хәстәрлекле булыу ҙа дөрөҫ түгел. Был осраҡта уның ҡыйыуһыҙ, оялсан, ҡарар ҡабул итә белмәгән кеше булып үҫеүен көт тә тор.
Шуны ла әйтке килә, әгәр ҙә ғаилә башлығы ҡатынына насар мөнәсәбәттә булһа, бала әсәһен ихтирам итмәйәсәк, киләсәктә үҙенең ҡатынына ҡарата ла ҡырыҫ буласаҡ.
Ғөмүмән, ғаиләлә насар ҡыланышты һәм насар ғәҙәттәрҙе ул күреп үҫергә тейеш түгел. Әгәр ҙә һеҙ тәмәке тартаһығыҙ һәм даими спиртлы эсемлектәр эсәһегеҙ икән, нисек итеп улығыҙға уларҙың зыяны тураһында һөйләй алаһығыҙ? Ул һеҙҙе аңлармы? Әйткәндәй, үҙегеҙ ҙә малайығыҙҙың хаталарын күрһәгеҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Һәр ғаиләлә ир кеше – ул яҡлаусы, проблемаларҙы хәл итеүсе, алдына алған бурыстарын үтәүсе. Малай көслө заттың иң ауыр эште башҡарыуын, аҡса эшләп, ғаиләһен туйындырыусы икәнен аңлап үҫһен. Ата улы өсөн өлкән иптәш, тоғро дуҫ һәм ышаныслы кәңәшсе булып ҡалырға тейеш. Кәрәк саҡта атайға ҡатыраҡ та булыу кәрәк, әммә уҫал булып, баланы ҡурҡытырға ла ярамай. Көслө рухлы, ныҡлы булыу зарур. Һәр саҡта ла атай һүҙе мөһим булһын. Әйткәндәй, әсәйҙәр ҙә малайҙарҙы кескенә ваҡытта иркәләүҙән ҡурҡмаһын, яратыуын белдереп торһон. Улар киләсәктә ҡатын-ҡыҙ менән ике аралағы мөнәсәбәттәргә нигеҙ һала бит. Малай нисә йәштә генә булмаһын, уның ҡыйыулығын күреп, маҡтап торорға кәрәк. Уның янында үҙен көсһөҙ, яҡлауға мохтаж ҡатын-ҡыҙ итеп күрһәтеү мөһим.
Балаға гел асыуланыу, көс ҡулланыу уларҙа донъяға ҡарата үс тыуҙыра. Уның күңелендә был теләк тупланып килеп, аҙағы аяныс булыуы ихтимал.
Ир-егет булып етлегеү мәлендә ир бала өс осор аша үтә.
- 1-се осор – тыуғандан алып 6 йәшенә тиклем бала әсәһенә «сытырлап» йәбешкән була. Әммә был атаның роле аҙ тигән һүҙ түгел. Ир бала атай менән үҫергә тейеш. Әсәйҙең бурысы – баланы яратыу булһа, атайҙыҡы – өйҙәге ҡағиҙәләрҙе булдырыу һәм үтәлешен талап итеү.
- 2-се осор 14 йәшкәсә дауам итә. Был ваҡытта бала аңлы рәүештә атаһына тартыла, уға ҡарап, ир-ат булырға өйрәнә.
- 3-сө осор – үҫмер балиғлыҡҡа еткәнгә тиклемге иң ҡатмарлы ваҡыт. Атай-әсәй инде икенсерәк планға күсә. Ир балаға тормош юғары талаптар ҡуя. Шәфҡәтле лә булһын ул, ебеп тә төшмәһен, ҡыйыу ҙа, аҡыллы ла, уңған да, эшһөйәр ҙә, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлын да таба белһен... Ошо сифаттар ир балаға барыһы ла һыйып бөтөргә тейеш.
Ул атаһынан ҡурмаҫҡа, уның өсөн оялмаҫҡа, атаһы өсөн ғорурланырға, уға оҡшарға тырышырға тейеш. Атай ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ өлгөһө булһын.
Улығыҙҙың гел эргәгеҙҙә сыуалыуына асыуланмағыҙ. Киреһенсә, ҡаҙаҡ ҡаҡҡанда, шөрөп борғанда, магазиндан нимәлер алып ҡайтҡанда уның ярҙамы алыштырғыһыҙ булыуын әйтегеҙ. Үҙ көсөнә ышанып үҫһен.Шул ваҡытта күп йылдар үткәс, үҙегеҙҙең улығыҙ менән ғорурланырһығыҙ.
Фәнил ГӘРӘЕВ.