Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июль 2020, 13:05

Ҡунаҡтарға ишек асыҡ

Торатау итәгендә ете тирмәнән һәм кафенан торған ҡунаҡхана эшләй башланы. Ул йыл әйләнәһенә ҡабул итәсәк.

Торатау итәгендә ете тирмәнән һәм кафенан торған ҡунаҡхана эшләй башланы. Ул туристарға 3 июлдә ишектәрен асты.
Проект авторы - Ишембай районынан Тимур Искәндәров. Ул бынан биш йыл элек тәбиғәт ҡосағында, асыҡ һауала туристар өсөн лагерь булдырыу уйы менән яна башлай, уларҙы Башҡортостандың хозур тәбиғәте генә түгел, бай тарихы менән дә таныштырғыһы килә. Тимурҙың хыялын тормошҡа ашырыуҙа Ишембай районы хакимиәте, "Торатау" геопаркы, урындағы эшҡыуарҙар ярҙам итә.
Эко-отель туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итәсәк, көҙгә ҡарай тирмәләр йылытыласаҡ. Ҡунып сығыуҙан, башҡорт аш-һыуынан ауыҙ итеүҙән тыш, теләгән һәр кем өсөн Торатау үренә экскурсия, һыбай йөрөү, фотосессия тәҡдим ителәсәк.
Фото: "Башинформ".
Автор: Айгөл Ғәбитова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/una-tar-a-ishek-asi-353290/
Читайте нас: