Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июль 2020, 13:25
Үҙ ҡулдары менән эшләгән булған...
Ауырғазы районының Ишле ауылынан өс километр алыҫлыҡта бик аяныслы бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән: оло кеше әрәм булған...
Ауырғазы районының Ишле ауылынан өс километр алыҫлыҡта бик аяныслы бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән.
68 йәшлек Өфө кешеһе, үҙ ҡулдары менән эшләгән прицеплы мотокультиваторға идара итеп ялан буйлап барғанда, яңылыш карст йырынына төшөп киткән. Алған йәрәхәттәренән ул урында уҡ йән биргән.
Дөйөм алғанда, һуңғы тәүлектә республикала 13 автомобиль аварияһы теркәлгән. Ике кеше һәләк булған, 16 кеше төрлө йәрәхәттәре алған. ЮХХДИ идаралығы вәкилдәре юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2100 осрағын теркәгән, 63 иҫерек водитель тотолған.
Фото: "Башинформ".
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/uldari-men-n-eshl-g-n-bul-an-353136/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла