Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июль 2020, 13:30

Ирәкташтан осҡан...

Ҡоро ағасҡа тотоноп, йәш турист дүрт метр бейеклектән йығылып төшкән.

Был хәл яңыраҡ Белорет районындағы Ирәкташта булған.
Ҡотҡарыусыларға егеттең ҡаянан йығылып төшөүе хаҡында хәбәр иткәндәр. Тик улар килгәс, зыян күреүсене тапмаған. Һуңғараҡ ҡотҡарыусылар ошо егет булған туристар төркөмөн тап иткән.
Баҡтиһәң, егет ҡая осона менгәс, ҡоро ағасҡа тотонған һәм дүрт метр бейеклектән осҡан. Ярай әле шунда бер ташҡа тотоноп өлгөргән, һәм уны бау ярҙамында өҫкә күтәргәндәр...
Ҡотҡарыусылар лагерға килгәндә егет йоҡлап ятҡан. Уны ҡарағандан һуң медицина хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы кәрәклеге асыҡланған. Шуға егетте дауаханаға урынлаштырғандар.
Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда һаҡ булығыҙ тип кәңәш итәбеҙ. Хәүеф-хәтәрҙең ҡайҙа һағалағанын алдан күҙаллап булмай шул.
Фото: ok.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ir-ktashtan-os-an-353101/
Читайте нас: