Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июль 2020, 14:30

"Баланан айырма мине, килен..."

Тап ошо саҡта ҡәйнәһе бөтөнләй ҡырағай ҡылана башланы. Бер көн өйөнә ҡайтып, уның бәпескә түшен ҡаптырырға тырышҡанын күреп һушы китте Айгөлдөң.

Һәйбәт ҡәйнә икенсе әсәй кеүек. Серҙәшеңә, ярҙамсыңа, дуҫыңа әйләнә, балаларыңа яҡшы өләсәй булып, бар яҡтан да ярҙам итеп тора ул.

Айгөл дә тәүҙә ҡәйнәһенән бик уңдым тип уйлай ине. Ул киленен ғаиләгә киң ҡолас менән ҡаршы ала. Йәштәрҙең йәшәр урыны булмағас, уларҙы үҙ өйөнә ҡабул итте. Өс бүлмәле иркен фатирҙа һәр кемгә урын етте. Күптәр Айгөлдө, ҡәйнә менән бергә йәшәү мөнәсәбәттәрҙе боҙасаҡ, тип ҡурҡытһа ла, барыһы ла яҡшы булды. Аҡыллы ҡәйнә килененә хужабикә булырға рөхсәт итте, аш-һыу бүлмәһендә уға ҡыҫылманы, ярҙам кәрәкһә, баш тартманы. Биш йыл бик татыу йәшәгәндән һуң Айгөл ауырға ҡалды. Буласаҡ сабыйға өсөһө лә ихлас ҡыуанды, айырыуса пенсияла өйҙә ултырған ҡәйнә шатланды. Йәштәрҙән дә нығыраҡ көтә башланы бәпесте.

Ә бына туптай малай тыуғас, проблемалар башланды. Ҡәйнә тәүге көндән сабыйҙың янынан бөтөнләй китмәне.

Төндә уянһа ла, иң беренсе янына ул йүгерҙе, уңайы сыҡҡан һайын бәпесте ҡулына алды. Йәш әсә балаһын операция ярҙамында тапҡас, тәүҙә бик хәлһеҙ ине. Шуға ярҙам өсөн ҡәйнәһенә бик рәхмәтле булды. Ә бына нығына башлағас, балаһын үҙенең ҡарағыһы килһә лә, ҡәйнәһе улын теләкһеҙ генә биреүен тойоп аптыраны. Айгөлдөң күкрәк һөтө менән дә тәүҙә проблема булып, бер аҙ яһалма һөт имеҙҙеләр, тик яйлап малайҙы түшенә күсерҙе. Тап ошо саҡта ҡәйнәһе бөтөнләй ҡырағай ҡылана башланы. Бер көн өйөнә ҡайтып, уның бәпескә түшен ҡаптырырға тырышҡанын күреп һушы китте Айгөлдөң.

“Мин улымды түш менән ныҡлап имеҙә лә алманым, ауыр ваҡыт булғас, уны әсәйемә ҡалдырып эшкә сыҡтым. Үҙемдең әсәлек бурысын шул ваҡытта тулыһынса үтәй алманым, ейәнем менән был мөмкинлектән мәхрүм итмә мине”, – тип шаҡ ҡатырҙы.

Килененә әллә ниндәй хәбәрҙәр һөйләп күндерергә маташа. Имеш, оҙағыраҡ түшен бирһә, һөт төшәсәк, медицинала бындай осраҡтар йыш осрай. "Ә һин, йәш кеше, эшкә сыҡ, кеше араһында йөрө, өйҙә ятма", – тип тә ебәрә.

Ҡыҫҡаһы, Айгөл ире һәм балаһы менән уның өйөнән сығып китеп, ҡуртымға фатир алырға мәжбүр була. Ҡатындың бер ҙә ҡәйнәһе менән бәпес бүлешергә теләге булмай. Әлдә ире уны аңлай.

Ҡәйнә бик үпкәләһә лә, әҙерәк ваҡыт үткәс, уларға кире килә башлай. Тик Айгөл улын уның менән яңғыҙ ҡалдырмай. Йәштәрҙе әбекәй үҙе янына гел саҡыра. Бәлки, малай үҫкәс, барырҙар ҙа, кем белә. Ни тиһәң дә, өләсәй ҙә кәрәк бит сабыйға...
Фото: snapshot24.site
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Balanan-ayirma-mine-kilen-353024/
Читайте нас: