Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июль 2020, 14:40

25 мең һум өсөн...

Сит өлкәнән килгән әҙәм беҙҙең эшҡыуарҙы үлтереп, өйөн талап ҡаса.

Башҡортостан тәфтишселәре Вологда өлкәһенән килеп беҙҙең республикала ваҡытлыса эшләп йөрөгән 28 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлаған.

2019 йылдың октябрендә ул ауыр енәйәт ҡыла: үҙенең эш биреүсеһенең өйөн талап, уны үлтерә. 56 йәшлек Үрге Ҡыйғы кешеһенең үле кәүҙәһен 15 октябрҙә табалар. Яман уйлы бәндә уны балта менән һуғып үлтерә, өйөнән ҡыйбатлы әйберҙәр һәм аҡса урлай.

Хоҡуҡ һаҡсылары шикле әҙәмде "эҫе" мәлендә асыҡлай: ул ваҡытлыса Ҡыйғы районында йәшәгән, мәрхүмдең таҡта ярыу цехында эшләгән Вологда өлкәһе кешеһе булып сыға. Енәйәтсе, хужаһын үлтереп һәм талап, бурыстарын түләгән, үҙенә телефон һатып алған.
Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Вологда кешеһе эш биреүсеһен үлтергәс тә Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһына юллана, шунда уны тоталар ҙа инде. Ауыр енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған ирҙең өйөндә урланған әйберҙәрҙең бер өлөшө һәм ҡан таптары һаҡланған балта ла табыла. Һөҙөмтәлә 28 йәшлек әҙәм ҡылған енәйәтен таный һәм 12 октябрҙән 13-өнә ҡарай булған ҡот осмалы күренеште эҙмә-эҙлекле һөйләп бирә. Йорттағы 25 мең һум аҡса һәм ниндәйҙер әйберҙәр өсөн ҡыйыла кеше ғүмере... Хәҙер үлтереүсе һәм талаусыға оҙаҡ йылдар иркенән мәхрүм ителеү янай.
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/25-me--um-s-n-352894/
Читайте нас: