Башҡортостанда йәшәүселәрҙе коронавирусҡа антиесемдәргә тест үтергә саҡыралар
Бөгөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак республикала йәшәүселәрҙе коронавирусҡа антиесемдәргә әүҙем тест үтергә саҡырҙы.
Әлеге ваҡытта 13 меңдән ашыу кеше тест үтте, тип хәбәр итте ул. Уларҙың 4,5 процентында G иммуноглобулины асыҡланды. Тимәк, кеше ауырымаған, ләкин вирус менән осрашҡан. Өс процентында M иммуноглобулины табылған, ул кешелә вирус булыу ихтималлығын күрһәтә.
«Халыҡты әүҙем тест үтергә саҡырам, шул рәүешле беҙҙә ни саҡлы популяция иммунитеты үҫешеүен аңларбыҙ. Беҙҙең ни тиклем тиҙерәк ғәҙәти, ижтимағи-сәйәси тормошҡа әйләнеп ҡайтыуыбыҙ шуға бәйле», — тине Анна Казак.