Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июнь 2020, 15:53

Арта барып, баҫып алмаһын

Тутыҡ тимерҙә генә түгел икән. Ҡайһы саҡта үҫемлектәрҙең япрағы ла тутыҡҡан кеүек булып китә. Был - үҙенә күрә ауырыу.

Япраҡтарҙа, ғәҙәттә, һарғылт-һоро төҫтә түңәрәктәр барлыҡҡа килә. Ваҡыт үтеү менән улар арта барып, тотошлай баҫып ала. Һөҙөмтәлә япраҡ ҡорой. Был ауырыуҙың йәшелсә-емештә лә, башаҡлы культураларҙа ла, үләндәрҙә лә, ағастарҙа ла, сәскәләрҙә лә осрауы ихтимал.
Профилактика өсөн һәр саҡ түтәлдәге ҡый үләндәрен йолҡоп тороғоҙ. Зарарланған япраҡтарҙы ла, үҫемлектәрҙе лә өҙөп ташлағыҙ. Үҫемлектәрҙе бәшмәктәр менән көрәшеүгә тәғәйенләнгән бордоск ҡатнашмаһы кеүек фунгицид менән эшкәртегеҙ.
Фото:Т.Роза
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: