Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Июнь 2020, 12:55
Күс машинаға “һөжүм иткән”
Шишмәлә көтөлмәгәндә бал ҡорттары күсе “Нива” машинаһын һырып алған. Уларҙың геүләүенән генә ҡотоң осор! Был ни эш, бөжәктәргә ағас бөткәнме?Шишмә районының умартасылар йәмғиәте рәйесе Рафаэль Вәлиев был ваҡиғаға аңлатма бирҙе.
-Хәҙер бал ҡорттарының күскә туплана торған бик әүҙем осоро. Бөжәктәр үрсей һәм төп ғаиләләренән айырымланып сыға. Йәштәренең төп “йорт”тарынан 5-15 саҡрымлыҡ араға күсенеүе мөмкин. Улар үҙҙәренә яңы торлаҡ булдыра. Даими урынды тапҡансы, бер нисә “разведчик” уны эҙләй, хәтеренә һала һәм башҡаларҙы эйәртеп килтерә. Ҡурҡырға, сәбәләнергә ярамай, улар үҙ урынын табасаҡ, - ти умартасы.
Рәйестең фекеренсә, әгәр күс машинаға йәки йортоңа килеп ултырһа, хужа мотлаҡ байығасаҡ, халыҡ ырымы шулай тип раҫлай, имеш...
Фото:vk.com.
Автор: Дина Арсланова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/316650.
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла