Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Июнь 2020, 15:40

Африка студенттарына нимә етмәй?

Африка студенттарына нимә етмәй?12.06.2020 13:30:00 // РУБРИКАЛАРӨфө юридик институтында уҡыған студенттар республика етәксеһе исеменә власть органдарының электрон ҡабул итеү порталында хат яҙған, тип хәбәр итә Bash.News. Cәбәбен улар өс ай дауамында урамға сығырға мөмкинлек булмау менән аңлата. Урамға сығыу өсөн бер сәғәт кенә биреүҙәре менән улар риза түгел. Ризаһыҙлыҡтарын иҫбатлау өсөн ашханаға барыуҙан баш тартҡандар хатта.

Уҡыу йорто “студенттар араһында протест йөҙөнән асығыу ойоштороусылар юҡ” тип белдергән. ”Юғары әҙерлек” режимы индерелгән мәлдән алып, институт тарафынан ятаҡта ҡалыусы студенттар араһында санитар-эпидемиологик сараларҙы күҙәтеү йәһәтенән саралар ҡабул ителгән. Студенттарҙың сәләмәтлеген күҙәтеү, бүлмәләрҙе йоғошһоҙландырыу, термометрия, шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү буйынса эш башҡарылған, тип хәбәр итә институттың матбуғат хеҙмәте. Ҡалаға сығыу, банк һәм учреждениеларға барыу өсөн махсус автобус булыуы әйтелгән. 11 июндән сит ил уҡыусыларының ҡалаға увольнениеға сығыуы сикләү саралары индерелгәнгә тиклемге тәртиптә, бөтә шәхси хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеүгә ярашлы башҡарыла, тиелә аңлатмала.
Фото:Bash.News.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: