Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июнь 2020, 10:15

Башҡортостандан студент ҡыҙ ҡабан ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә һәләк булған

Татарстандың Минзәлә районында үлемесле авария булған. 30 майҙа Ҡазан университеты студенты Башҡортостандан күрше республиканың баш ҡалаһына юлланған.

Юлға ҡапыл ҡабан килеп сыҡҡан ваҡытта 23 йәшлек Рузалина Ш. үҙе «Лада Гранта»ға идара иткән булған.
Татарстан киң мәғлүмәт саралары яҙыуынса, йәнлек менән бәрелешкәндән һуң еңел машина канауға төшөп киткән. Яҡташыбыҙ алған йәрәхәттәренән урында һәләк булған.
Фото: социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: